БДМУ клиникаһында электродтар ярҙамында йөрәк тибешен көйләү буйынса оҫталыҡ дәресе уҙҙы

Тулыраҡ: БДМУ клиникаһында электродтар ярҙамында йөрәк тибешен көйләү буйынса оҫталыҡ дәресе уҙҙы

Уны медицина фәндәре докторы, яңы хирургияла яңы технологиялар үҙәге етәксеһе Александр Богачев-Прокофьев уҙғарҙы. Бында күкрәк ситлеген ярмайынса ғына, бер ниндәй йөйһөҙ уникаль операция эшләйҙәр. Белорет ҡалаһынан Владимир Алешин да был операцияны тулҡынланып көтә. Һуңғы ваҡытта тыны ҡыҫылыуға, йөрәгендә ауыртыуҙар барлыҡҡа килеүгә зарлана ул.Был уникль алым ярҙамындағы операция Новосибирск табибы Александр Богачев етәкселегендә башҡарыла. Ул заманса технологиялар ярҙамында яһала. Бындай операциянан һуң пациенттың йөрәк ритмы яйлана һәм инсульт осраҡтары ете тапҡырға кәмей, ти табиптар. Иң мөһиме, бындай уникаль ысул менән оло йәштәгеләрҙең йөрәк тибешен дә яйға һалыу мөмкинселге бар. Табиптар белдереүенсә, 50 йәште уҙыусыларҙың һәр унынсыһы ҡан баҫымы ауырыуынан ыҙа сигә. Ике көн дауамында йөрәк ритмдары боҙолған алты ауырыуға ошондай операция эшләнде. Ул бер-нисә сәғәт дауам итә һәм икенсе көндө үк пациент йортона ҡайта ала. Әйтергә кәрәк, аритмияны иҫкәртеү өсөн бындай ысул беренсегә ҡулланылды.