Башҡортостанда янғындар сығыу ихтималлығы арта

Тулыраҡ: Башҡортостанда янғындар сығыу ихтималлығы арта

Рәсәйҙең гидрометүҙәге белгестәре илдең бер-нисә төбәгендә, шул иҫәптән Башҡортостанда янғындар сығыу ихтималлығы тураһында иҫкәртә. Көндәрҙең эҫе тороуы сәбәпле айырым райондарҙа ут сығыу хәүефе бермә-бер арта. Синоптиктар мәғлүмәттәренә ҡарағанда, киләһе көндәрҙә Республикала һауа температураһы күтәреләсәк. Урыны менән 33-35 градусҡаса етеүе ихтимал. Ҡотҡарыусылар тағы ла бер тапҡыр республика халҡын урмандарҙа, баҡсаларҙа уяу булырға саҡыра. Сүп-сар яғыу ҡәтғи тыйыла.