Бындай эҫе көндәрҙә күптәр йылға буйҙарына ашыға. Әммә унда ла бәлә көтөп кенә торғанын оноторға ярамай. Башҡортостанда һыу инеү миҙгеле башланғандан алып 20-гә яҡын кеше батып үлгән. Бәхетһеҙ осраҡтарҙың күбеһе һыу инеү рөхсәт ителмәгән урындарҙа теркәлгән. Ял итеүселәр именлек ҡағиҙәләрен бөтөнләй һанға һаҡмай. Ә яр буйында спиртлы эсемлектәр ҡулланыу йолаға әйләнә бара. Ошо сәбәпле бик күп кешенең ғүмере өҙөлә, тип иҫкәртә ҡотҡарыусылар.
Башҡортостанда 20 кеше батып үлгән
Тулыраҡ: Башҡортостанда 20 кеше батып үлгән