Башҡортостанда беренсе тапҡыр алданған өлөшсөләр граждандарҙың хоҡуҡтарын яҡлау федераль фондына мөрәжәғәт итеп, аҡса бүлдереүгә ирешә алды. Күп балалы әсә Галина Бухарова 2010-сы йылда йәшәү шарттарын яҡшыртыу өсөн ҡала уртаһынан фатир һатып алырға ҡарар итә. Был ваҡытта төҙөлөш әүҙем бара ине әле, күп ҡатлы йорттар һалыусы компанияны ла таныштар аша алдан белештем, ти ҡатын. Әле иһә Галина Бухарова мөмкинлеге сикләнгән ире һәм балалары менән ҡыҫыҡ ҡына фатирҙа көн итергә мәжбүр. Етмәһә, айына 25 мең кредит түләйҙәр. Берәүҙәр элекке фатирҙарын һатып, яңыһы өсөн аҡса күсереп, бөтөнләй ҡыйыҡһыҙ ҡалһа, икенселәре ай һайын утыҙышар меңләп кредит түләй. Был ҡатмарлы мәсъәләне хәл итеү өсөн ҡайҙа ғына, кемдәргә генә мөрәжәғәт итергә тура килмәй өлөшсөләргә. Йорттоң яртыһында тормош ҡайнай, ә ҡалғандар ҙур өмөттәр менән үҙ фатирҙарын көтә. Йорт хужалары граждандарҙың хоҡуҡтарын яҡлау федераль фондына мөрәжәғәт итеп, төҙөлөштө дауам итеү өсөн аҡса бүлеүҙәренә ирешә.Чернышевский урамындағы йорт ҙур, шуға күрә эш лә күп. Фариҙарҙа бер үҙгәреш булмаһа ла, фассадты тулыһынса үҙгәртәсәкбеҙ ,ти белгестәр.Ҡала уртаһында урынлашҡан был мөһәбәт йорт хәҙер ун йылға яҡын үҙенең законлы хужаларын көтә.... Ниһәйәт 2021-се йылда алданған өлөшсөләр- 110 ғаилә үҙ фатирҙарына күсеп йорт туйлай аласаҡ.
Тырышҡан табыр...
Тулыраҡ: Тырышҡан табыр...