Өфөлә ирекмәндәр бүләкләнде

Тулыраҡ: Өфөлә ирекмәндәр бүләкләнде

Дәүләт-Йыйылышы Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев пандемия ваҡытында мохтаж булыусыларға ярҙам иткән ирекмәндәрҙе бүләкләне. Республикала коронавирус пандемияһы шарттарында ирекмәндәр хәрәкәте айырыуса әүҙемләште. Улар оло кешеләргә һәм карантин ваҡытында өйҙәренән сыға алмаусыларға ниндәй ярҙам күрһәтеүҙәре тураһында һөйләне. Бынан тыш, осрашыуҙа ирекмәндәргә дәүләт ярҙамы мәсьәләләре лә күтәрелде.