Быға тиклем ике иҫерек водитель ғәйебе менән Стәрлетамаҡ ҡалаһында һәм Иглин районында фажиғәле авариялар теркәлде. Радий Хәбиров юлдарҙағы хәлде ныҡлы күҙәтеүгә алырға, ата-әсәләрҙе уяу булырға саҡырҙы. Башҡортостан юлдарында көн һайын бихисап авария теркәлә. Уҙған аҙнала ғына 66 юл-транспорт ваҡиғаһы булған, уларҙа 14 кешенең ғүмере өҙөлгән, 80-дән ашыуы төрлө тән йәрәхәттәре алған. 315 водитель руль артына иҫерек килеш ултырған. Тап эскән водителдәр кеше ғүмерен ҡыя ла инде. Иглин районында 37 йәшлек иҫерек ир Рено Логан менән 15 йәшлек ике үҫмерҙе бәрҙерҙе. 9-сы класты тамамлаған балалар аттестат алып ҡайтып барған. Стәрлетамаҡ ҡалаһында ла иҫерек водитель тротуарҙан барған ике үҫмерҙе тапата. 15 йәшлек ҡыҙ ашығыс ярҙам машинаһында йән бирә. Тағы береһе ауыр йәрәхәттәр ала. Йәнә Стәрлетамаҡ ҡалаһы. Инспекторҙар үҙен сәйер тотҡан Ваз машинаһы водителен туҡтатырға маташа. Әммә, ул ҡасыуҙы хуп күрә. Автомобиль хужаһы ҡасып ҡотола алмай, уны инспекторҙар ҡулға ала. Һуңынан ирҙең эскәне һәм шул көйө өс айлыҡ сабыйы менән рулдә йөрөүе билдәле була.Баш ҡалала ла юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт иснпекцияһы сит ил машинаһын ҡыуа төштө. Кабриолет ҡала эсендә сәғәтенә 160 километр тиҙлек менән ҡасты, светофорҙың ҡыҙыл төҫөнә үтә, башҡа машиналарҙы эләктерә. Иҫерек водителде электр бағанаһы ғына туҡтата.Баймаҡ районында Киа Спектра менән идара иткән Сибай кешеһе һәләк булды. 35 йәшлек ҡатын ҡаршы юлға сығып Уаз Патриот менән бәрелеште. Республикала көн һайын бихисап авариялар теркәлә. Уларҙа кешеләр ғүмерҙәре өҙөлә, йә йәрәхәттәр ала. Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров юлдарҙағы хәлде етди контролгә алырға ҡушты.Аварияларға күпселеген юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен инҡар итеү һәм иҫерек килеш руль артына ултырыу сәбәпсе. Әгәр эскән водителдәр тураһында хәбәрҙар булһағыҙ, шунда уҡ полицияға мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Күҙе томаланғандар
Тулыраҡ: Күҙе томаланғандар