Башҡортостан концерт залында бөгөн янғын сыҡты. 800-гә яҡын кеше эвакуацияланды. Утты һүндереүгә бер-нисә янғын һүндереү бүлеге йәлеп ителде. Был күнекмә сценарийы. Концерт залы яңы йылға әҙерләнә. Башҡортостан концерт залы сәхнәһендә янғын сыға. Был ваҡытта унда балалар өсөн Яңы йыл байрамы ойошторолған була. Ваҡытында килеп еткән янғын һүндереүселәр һәм урындағы белгестәр тәүҙә кешеләрҙе эвакуациялай һәм утты һүндерергә керешә. Барлығы янғын һүндереүҙә 30-ған кеше ҡатнашты. Шулай уҡ, Башҡортостан концерт залының янғын һүндереү бригадаһы йәлеп ителде. Улар бинаға һыу килмәгән осраҡта яҡын урынлашҡан биналарҙан һәм ҡоҙоҡтарҙан гидранд һуҙыу алымдарын да өйрәнде. Тиҙҙән баш ҡалала һәм республикала балалар өсөн яңы йыл байрамдары үткәреләсәк. Ошоға бәйле барлыҡ биналарҙа ла янғынға ҡаршы әҙерлек саралары тикшерелә һәм күнекмәләр уҙғарыла.
Янғын һүндереү күнекмәләре
Тулыраҡ: Янғын һүндереү күнекмәләре