Күсмә элемтәгә хаҡ артыуы көтөлә

Тулыраҡ: Күсмә элемтәгә хаҡ артыуы көтөлә

Рәсәйҙә күсмә телефон аша аралашыуҙың хаҡы 14 процентҡа ҡиммәтләнеүе ихтимал. Был фаразды Content Review агентлығы тикшереренүҙәренә таянып "Российская газета" килтерә. Коронавирус пандемияһының ҡабатланыу ихтималлығы иһә иҫәпкә алынмаған. Йылдың тәүге яртыһында минималь тариф пакеттары 8 процентҡа ҡиммәтләнгән. Был күрһәткестәрҙе Рәсәй төбәктәрендә теркәлгән 8 оператор эшмәкәрлеге һөҙөмтәләре дәлилләй. Content Review агентлығы етәксеһе Сергей Половников белдереүенсә, МТС, "Билайн" һәм "МегаФон" хаҡтарҙы үҙизоляция режимына тиклем тарифтарҙың бер өлөшөнә ҡарата ғына көйләһә, Tele2 апрель-май арауығында архив һәм ағымдағы тарифтарҙы ҡапыл үҙгәрткән. Шул уҡ ваҡытта Рәсәйҙә элемтә файҙаланыу индексы 2019 йылдың декабре менән сағыштырғанда үҙгәрмәгән һәм 6,5 процентҡа тиң. Был айырма күсмә элемтәгә уртаса тарифты халыҡтың уртаса килеменә бүлеп иҫәпләнә. Түбән индекс төбәктә күсмә элемтә ҡулланыу мөмкинлегенең киңлеген раҫлай. Күсмә телефон элемтәһен иң йыш файҙаланған төбәктәр араһында алдынғы урындарҙы Ямал-Ненец АО, Сахалин өлкәһе, Ханты-Мансы АО, Ярославль, Магадан өлкәләре тота. Дағстан, Кабардин-Балҡар, Ҡарасәй-Черкесия, Ингуш һәм Ҡалмыҡ республикаларында күсмә телефон элемтәһен, хаҡы ҡиммәт булыу сәбәпле, халыҡ һирәгерәк ҡуллана.

Фото: https://yandex.ua/news/story/Rossiya_mozhet_sozdavat_pomekhi_dlya_5G_v_P...