Өлөшсөләрҙең хоҡуҡтарын махсус штаб күҙәтәсәк

Тулыраҡ: Өлөшсөләрҙең хоҡуҡтарын махсус штаб күҙәтәсәк

Башҡортостанда күп фатирлы йорттар төҙөлөшөн тамамлауҙы координациялау буйынса штаб ойошторола. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ошо туралағы бойороҡҡа ҡул ҡуйып уның рәйесе итеп хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров тәғәйенләне. Тәү сиратта штаб «Эрмитаж. Горсовет», «Эрмитаж на Ленина», «Белая река», «Московский», «Миловский парк» һәм «Серебряный ручей» кеүек проблемалы объекттар өсөн яуаплы. Бойороҡҡа «Төҙөлөш сәғәте» йомғаҡтарына ярашлы ҡул ҡуйылды. Унда республика етәксеһе өлөшсөләрҙең боҙолған хоҡуҡтарын тергеҙеү мәсьәләләре менән махсус структура шөғөлләнәсәген билдәләгәйне. Башҡа объекттар Башҡортостан Республикаһының Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты ҡарамағында ҡала. Штаб республика башлығына мәғлүмәтте даими еткереп торорға тейеш.