“Янған-тау” геопаркы Юнесконың глобаль селтәренә инде

Тулыраҡ: “Янған-тау” геопаркы Юнесконың глобаль селтәренә инде

“Янған-тау” геопаркы Рәсәйҙә беренсе булып Юнесконың глобаль селтәренә инде. Ойошма Ассамблеяһында ошо турала хәбәр ителде, ултырыш коронавирус таралыу сәбәпле онлайн үтте. Сит ил туристары өсөн бындай статус сифат һәм именлек күрһәткесен аңлата. Илнур Камалов ҡымыҙ фермаһын дәүләт грантына булдырған. Хәҙер бында сифатлы һәм тәмле эсемлек етештерелә. Шифалы ҡымыҙҙы урындағы халыҡ һәм йәйгеһен килеп тулған туристар ҙа яратып ала. Янған-тау геопаркының Юнеско статусы алыуы урындағы халыҡҡа яңы мөмкинлектәр аса. Милли паркттарҙан айырмалы рәүештә, бында туристарға инеү сикләнмәй. Умартасы Сәғит Бикбулатов фекеренсә, башҡорт балы барыһының да күңеленә хуш киләсәк.Янған-тау шифаханаһы директоры Альфред Аҡбашев билдәләүенсә, яңы статустан бөтәһе лә отасаҡ. Сит ил туристары өсөн ул сифат һәм именлек күрһәткесе. Бында асыҡ һауала музей урынлашҡан, төп экспонаттары – тауҙар, мәмерйәләр, геологик киҫелештәр, минераль һәм файҙалы ҡаҙылмалар. Шуныһы ла мөһим, урындағы халыҡтың мәҙәниәте һәм көнкүреше борондан һаҡланып ҡалған. Янған-тау геопаркы ҡунаҡтарҙы ҡаршы ала. Көнъяҡ Уралдың хозур тәбиғәте күптәрҙе ғашиҡ итә. Туристар беренсе тапҡыр килгән һәм тәъҫораттарын йәшерә алмай. Геогид Сәриә Бикбулатова билдәләүенсә, ҡасандыр бында экватор үткән. Һөнәре буйынса физика-математика уҡытыусыһы хәҙер экскурциялар үткәрә. Бөтә донъя мөһим объекттар исемлегенә эләгеү геопарктың мөһим статусын билдәләй. Ғәҙәттә улар киң танылыу ала һәм туризм өлкәһендә юғары баһалана. Бынан тыш, Юнеско эгидаһы аҫтында эшләгән геопарк хәҙер айырым һаҡланасаҡ. “Янған-тау”ҙың яңы мөмкинлектәре барлыҡҡа килеүендә белгестәрҙең шиге юҡ. Бында йыл дауамында ваҡытты файҙалы үткәрергә, ял итергә һәм матур урындарға шаһит булырға мөмкин.