Ғафури районында мәҙәни үҙәк ойошторола.

Тулыраҡ: Ғафури районында мәҙәни үҙәк ойошторола.

Ғафури районында табип амбулаторияһын төҙөкләндереү, ҡошсолоҡ фабрикаһын ҡайтанан ҡороу һәм яңы юлдар һалыу көтөлә. Был хаҡта Республика башлығының төбәккә эш сәфәре барышында ҡарар ҡабул ителде. Родина ауылында эшләгән “ВосходСТ” ҡошсолоҡ фабрикаһында 70 мең тауыҡ аҫрала. Әле етештереү майҙанында 140 миллион һумға иҫәпләнгән яңыртып ҡороу проекты бойомға ашырыла. Ҡошсолар тауар етештереү күләмен икеләтә арттырып йылына 50 миллион йомортҡа һатырға ниәтләй. Предприятие етәксеһе льготалы кредит алыуҙа ҡыйынлыҡтар тураһында белдерә. Фабрикаға дәүләт ярҙамы күрһәтеү мәсьәләһен Инвестиция сәғәтендә ҡарарға хәл ителә.Сәйетбаба ауылындағы дауалау амбулаторияһы өс меңдән ашыу кешегә медицина ярҙамы күрһәтә. Уның ҡарамағында 8 фельдшер-акушер пункты эшләй. Табиптар белдереүенсә, хеҙмәтләндереүҙе ойоштороу тулыһынса яйға һалынған, тик биналар төҙөкләндереүгә мохтаж. Радий Хәбиров комплекслы яңыртыуҙы 2021 йылға планлаштырырға, бинаның ҡыйығын алмаштырырға, яңы тәҙрәләр ҡуйырға, фасад һәм эске биҙәү эштәрен башҡарырға йөкләмә бирҙе. Республика башлығы менән осрашыуҙа ауыл халҡы инженер селтәрҙәре һалыуҙы үтенде. Эш сәфәре барышындағы йәнә бер туҡталыш Красноусол ауылындағы балалар шифаханаһында булды. Ял һәм дауа йортонда терәк-хәрәкәт аппараты, ашҡаҙан-эсәк, тире сирҙәрен дауалауға баҫым яһала. Шифахана пандемия сәбәпле 6 апрелдән эшмәкәрлеген кисектереп торһа 1 июлдән йәнә балаларҙы ҡабул иткән. Ял итеүселәр Роспотребнадзорҙың бар талаптарын үтәп хеҙмәтләндерелә. Радий Хәбиров учреждениены үҫтереүгә хөкүмәт ярҙамы йүнәлтеләсәк, тип белдерҙе. Имәндәш ауылында Республика башлығы Еҙем йылғаһы аша йәйәүлеләр өсөн һалынған күперҙе ҡараны. Йылға аръяғындағы Ташаҫты ауылы халҡы өсөн был берҙән-бер юл, автомобиль бәйләнеше бында юҡ. Күпер иһә емерек хәлдә. Радий Хәбиров йә яңы күпер һалыу, йә урау автомобиль юлын төҙөү мәсьәләһен хәл итергә ҡушты. Хозур тәбиғәтле Еҙем буйындағы ҡая аҫтында “Башҡортостан йөрәге” атамалы мәҙәни үҙәк ойоштороу маҡсаты бар. Ошонда уҡ халыҡ кәсептәре оҫтаханаһын асыу көтөлә. Киләсәктә яңы оҫтахана Бөтә Рәсәй һәм Халыҡ-ара фестивалдәрҙе ҡабул итеп Башҡортостанды сәйәхәтселәр өсөн ҡыҙыҡлы һәм уңайлы төбәк булараҡ танытасаҡ.