Синоптиктар киләһе көндәрҙә лә эҫе һауа торошо вәғәҙәләй.

Тулыраҡ: Синоптиктар киләһе көндәрҙә лә эҫе һауа торошо вәғәҙәләй.

Республиканың көньяҡ райондарында 40 градусҡа тиклем эҫеткән. Төбәктә субтропик селлә хөкөм һөрә. Хроник сирҙәрҙең киҫкенәлешеүенән, ҡояш тейеүҙән нисек һаҡланырға? Көн эҫе тип, Башҡортостан халҡы яу һала. Яр буйҙары хатта эш көнөнөң иртәнге сәғәттәрендә үк кеше менән тулы. Бәләкәс балалар менән ял итеүселәр күп. Ҡояштан һаҡланыу өсөн улар киләһе алымдарҙы мөһим тип һанай.Ҡала эсендәгеләр организмын туңдырма менән һыуытырға ашыға.Яңы асылған Бейеүсе торналар фонтаны бигерәк тә балаларҙың яратҡан урынына әйләнде.

Өйҙәге эҫенән ҡасып ҡала халҡы фонтан эргәләрендә күпләп йыйыла. Йәйге ялында тәжрибә тупларға, аҡса эшләргә теләүсе балаларға ҡарата ла ата-әсәләрҙе иғтибарлы булырға саҡырабыҙ.Хатта эҫе Грозный ҡалаһынан килгән Өфө ҡунағы ла күләгәлә ял итеүҙе өҫтөн һанай. Оло йәштәгеләргә ҡояш нурҙары тура төшмәгән урындарҙы һайлау хәүефһеҙерәк булыр. Йәшенә ҡарамай һәр кемгә һыу режимын үтәү мөһим, тип иҫкәртә табиптар. Көндәрҙең ни тиклем эҫе тороуына ҡарамаҫтан табиптар кешеләргә мөмкин тиклем өйҙәрендә ҡалырға, халыҡ күп йөрөмәгән урындарҙа ял итергә кәңәш бирә. Үҙегеҙ менән һыу йөрөтөгөҙ, уны эсеүҙән тыш ҡолаҡ арттарын, аяҡтарҙы сайҡатырға кәрәк, был алым һеҙҙе ҡояш тейеүҙән һаҡлай. Йәйге селләне йорт хайуандары ла ауыр күтәрә. Был миҙгелдә улар ҙа һыу инергә ярата.Һыу инеү ҡыҫҡа йөнлө эттәргә генә килешә. Ә ҡояштан йонсоған ҡалын йөнлө эттәр кеше ярҙамына мохтаж. Тик уларҙың хәлен яҡшыртам тип, йөндәрен ҡырҡырға ярамай, тип иҫкәртә кинологтар.Көндәрҙең эҫе һәм ҡоро тороуына тик бесәнселәр һөйөнә. Ауыл хужалыҡтарында ла, шәхси сабынлыҡтарҙа ла эш ырай. Синоптиктар эҫе һауа торошоноң кәм тигәндә тағы ла бер аҙна һаҡланасағын белдерә. Ә иң юғары температура был йомаға тура киләсәк. Термометр баҫҡысы 38 градусҡа тиклем күтәрелеүе күҙаллана.Июнь айының һалҡын булыуына зарланған һәр кем эҫе көндәрҙең тәмен белеп ҡалырға тырыша, урамдарға, тәбиғәткә ашыға. Ә һаҡланыу сараларын һәр кем үтәйме?