Ҡотҡарыусылар көсөргәнешле режимда эшләй

Тулыраҡ: Ҡотҡарыусылар көсөргәнешле режимда эшләй

Аварияларҙы ваҡытында иҫкәртеү, халыҡты һәм биләмәләрҙе тәбиғәт афәттәре, техноген хәүефтән ҡурсалау – ҡотҡарыу хеҙмәтенең төп бурысы. Беҙҙең ижади төркөм көнө-төнө кеше именлеге һағында тороусылар менән бер эш көнө уҙғарҙы. Ашығыс саҡырыу – ҡала урамдарында юл-транспорт һәләкәте. Йыйынып сығыуға бер нисә секунд бирелә, аварияның сәбәптәре юлда тикшерелә. Водительдың хәлен тикшереү, машинанының двигателен һүндереү – тәү сиратта бшҡарыла торған эш. Водительде ашығыс ярҙамы хеҙмәткәрҙәренә тапшырғандан һуң ғына, ҡотҡарыусылар икенсе саҡырыуға юллана.Бикле ишектең икенсе яғында 90 йәшлек оло ҡатын. Тәүлектән артыҡ ул бәйләнешкә сыҡмай. Был ғәҙәти күренеш, ти ҡотҡарыусылар. Циркуляр, электр бысҡы, носилка, яҡтылыҡ, янғын һүндереү эсәге, гидравлик станция, хатта һыу һурҙырыусы ябай насос. Был автомобиль эсендә авария -ҡотҡарыу эштәренә кәрәкле бөтә әйберҙәр ҙә бар.Был бригадала эшләүсе һәр ҡотҡарыусы – үҙ эшенең тәжрибәле оҫтаһы. Һәр кемдең иңендә йөҙҙән ашыу ҡотҡарылған кеше ғүмере. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Волга буйы отряды ҡотҡарыусылары ил буйынса иң яҡшылар исемлегендә. Иң мөһиме улар һәр саҡ ярҙамға килергә әҙер.