15 йылға төрмәгә. Башҡортостандың Юғары суды үҙенең бер йәшлек сабыйын үлтереп, күмеп ҡуйған ҡатынға ҡарата ошондай хөкөм ҡарарын сығарҙы. Былтыр Дүртөйлөлә булған фажиғә бөтә республика халҡын тетрәндерҙе. 28 йәшлек ҡатын иртән йоҡонан уянғас, үҙенең сабыйын юғалтыуы тураһында белдерә. Баланы эҙләүҙә полицияның 150 хеҙмәткәре, шулай уҡ ирекмәндәр ҡатнашты. Сабыйҙың мәйетен бер-нисә көндән һуң ғына таптылар. Ҡатын был аҙымға барыуын балаһы ас йәшәтмәҫкә теләүе менән аңлатҡан. Дүртөйлө район-ара тәфтишселәре йыйған иҫбатлауҙар ҡатындың ғәйепле булыуын раҫланы. Хәҙер енәйәтсене 15 йылға төрмәгә ябыласаҡ. Бынан тыш, ул баланың атаһы файҙаһына 1 миллион һум күләмендә аҡса түләргә тейеш. Был мораль компенсация күләме.
Балаһын үлтереүсе ҡатын
Тулыраҡ: Балаһын үлтереүсе ҡатын