Эҫелә ... һыуҙан һаҡлан

Тулыраҡ: Эҫелә ... һыуҙан һаҡлан

Республика биләмәһендә һыу ҡорбандары һаны арта. 9 июлгә уларҙың һаны 78-гә етте. Шуларҙың 14-е – балалар. Үткән бер тәүлектә генә төбәк һыу ятҡылыҡтарында 9 кеше батып үлгән. Был шарттарҙа күҙәтеү органдары һәм ҡотҡарыусылар иҫкәртеү эшенә бар тырышлығын һала – киң мәғлүмәт саралары, ҡағыҙға баҫылған белешмәләр ярҙамында һыу ингәндә хәүефһеҙлек талаптарына иғтибар итергә саҡыра. Махсус ҡулайлаштырылмаған урындарҙа һыу инмәҫкә, иҫерек хәлдә һыуға төшмәҫкә, балалар менән ял иткәндә уларҙы күҙҙән ысҡындырмаҫҡа өндәй. Ҡағиҙә боҙған осраҡтарҙа 3 меңдән 4 мең һумға тиклем административ штраф һалына.

Фото: http://yandex.ru/clck/jsredir