Июль уртаһы – мәтрүшкә йыйыр мәл. Башҡортостанда киң таралған был үләндең шифалы сифаттары борондан билдәле. Элек-электән уны дарыу өсөн дә, сәй итеп тә файҙаланғандар. Күп йыллыҡ үләнде сәскә атҡан мәлендә ҡырҡып алып еләҫ урында киптерәләр. Күптәр уны дауа түгел, хуш еҫле сәй итеп файҙалана. Мәтрүшкәнең файҙаһы ла ҙур. Уны ҡан баҫымы юғары булғанда, атеросклероздан, һалҡын тейгәндә ҡулланалар. Хуш еҫле үҫемлек сәйен баш ауыртҡанда эсәләр, ул йоҡоһоҙлоҡтан ярҙам итә, төнәтмәһе менән баш йыуалар. Мәтрүшкә сәйнәү теш һыҙлағанды баҫа. Файҙа килтерһен тиһәң, дарыу үләнен вакытында һәм дөрөҫ итеп йыйырға кәрәк. Сәнәғәт предприятиеларынан ары, оло юл, ҡаланана ситтә ятҡан аҡландарҙа йыйылғаны таҙа һәм шифалы. Шифалы үләндәрҙе ҡоро көндә, иртәнге сәғәттәрҙә йыйыу хәйерле. Йонсоу, ямғырлы көндә йә ысыҡта йыйылғанының файҙаһы аҙ. Йыйып алғас та киптереү яғын ҡарағыҙ, сеймал күгәреп сифатын юғалтмаһын. Кипкән үләндең сифатын да асыҡларға мөмкин. Уның төҫө ҡалырға тейеш. Кипкән шифалы үләнде ҡышҡылыҡҡа һаҡлау шарттары ла бар — иң һәйбәте уларҙы туҡыма ҡапсыҡтарға йәиһә быяла һауыттарға тултырып ҡуйыу. Шул саҡта шифалы үләндәрҙе ҡулланыу ваҡыты ла оҙая.
Фото: https://spiceportal.ru/zelen-i-travy/chabrets-polza-i-protivopokazaniya