Йәйге ял ... күсерелә

Тулыраҡ: Йәйге ял ... күсерелә

Санитар-эпидемиологик хәл балалар өсөн ял шифаханалары менән мәктәп лагерҙарын асыу ваҡытын күсерергә мәжбүр итә. Был хаҡта Башҡортостан Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Фәнүр Йәғәфәров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә белдерҙе. Балалар үҙ алдына көн үткәрә, был ата-әсә өсөн өҫтәмә ҡатмарлыҡтар тыуҙыра. 20 июлдән онлайн сменалар тергеҙергә ҡарар ителгән. Вице-Премьер фекеренсә, йәй башында ял ойоштороуҙың был ысулы үҙен яҡшы яҡтан танытҡан. Онлайн-сменаларҙа Башҡортостан ғына түгел Краснодар крайы, Төмән, Силәбе, Свердловск өлкәләре, Татарстан Республикаһы һәм Ямал-Ненец автономиялы округынан 89 мең бала ҡатнашҡан. Тематик сменаларҙа ҡатнашыу бушлай, бары Интернетҡа тоташыу мотлаҡ. Премьер-министр урынбаҫары балалар өсөн ҡыҙыҡлы уйын-ярыштарға ҡушылыу ысулын яҡын киләсәктә хәбәр итерен белдергән.

Тулыраҡ https://vk.com/yagafarovf

Фото: https://educenterantei-schbeloomut1lmr.edumsko.ru/news/post/1711466