Килмешәктәр яулай

Тулыраҡ: Килмешәктәр яулай

Ҡытайҙан сыҡҡан ике йәпле моллюсктар Түбәнге Волга экосистемаһын баҫып алған. Ҡабырсаҡлы моллюсктар үрсер өсөн балыҡтарҙы файҙалана. Глохидия атамалы ҡарышлауыҡтар балыҡ айғолағына берегеп йәшләүектең һәләк булыуына, ә эре балыҡтарҙың сирләүенә килтерә. Килмешәктәр шулай уҡ урындағы умыртҡаһыҙ тереклекте юҡҡа сығара. Һөҙөмтәлә йылғаның биологик төрлөлөгө үҙгәрә, балыҡтар туҡланыр ризыҡ кәмей. Ғалимдар Ҡытай моллсктары үрсегән урындарҙы Обь менән Енисей йылғаларында ла асыҡлаған. Рәсәй балыҡсы хужалыҡтарының күпмеһе ике йәпле моллюсктар менән зарарланғаны әлегә аныҡ билдәле түгел, әммә һандың тиҫтәләрсә икәне мәғлүм. Гигант моллюск ҡабырсаҡтарының диаметры 20-25 сантиметрға етә. Себер йылғаларында улар ТЭЦ тирәләй йылыраҡ һыуҙа үрсеһә, Волганың түбәнге өлөшөндәге тәбиғи шарттарҙа уларҙың һаны ҡаршылыҡһыҙ арта. Белгестәр Волгала бикре балыҡтар һанынын ҡырҡа кәмеүендә Ҡытайҙан “күсеп килгән” ике йәпле моллюск ҡарышлауыҡтары ғәйепле, тип иҫәпләй.

Тулыраҡ https://news.mail.ru/society/42575770/?frommail=10

Фото: http://yandex.ru/clck/jsredir