Әгәр температура биш көн рәттән норманан 7-8 градусҡа юғары торһа шундай термин ҡулланыла. Башгидрометтан хәбәр итеүҙәренсә, һуңғы аҙналағы һауа торошо аномаль тигән критерийға тулыһынса тап килә. Уртаса һауа температураһы ғәҙәттәгенән 10-12 градусҡа юғарыраҡ булған.
Әммә аҙна аҙағында республика биләмәһенә һыуыҡ һауа массаһы үтеп инәсәк. Көндөҙ 25, төндә 20 градус йылы буласаҡ, ямғыр яуасаҡ. Август уртаһына тиклем тиерлек ошондай һауа торошо һаҡлана. Һуңынан инде тағы ла 30 градуслыҡ эҫелек көтөлә.