Йылы етмәһә лә – бәлә, артыҡ булһа ла бәлә

Тулыраҡ: Йылы етмәһә лә – бәлә, артыҡ булһа ла бәлә

Республикалағы эҫе һауа торошонан кешеләр генә түгел, үҫемлектәр ҙә зыян күрә. Йәшелсә-емештәрҙе ҡоролоҡтан һыу һибеп ҡотҡарһа баҡсасылар, ә бына ҡыҙыу ҡояш нурҙарынан ҡотолоу сараһы юҡ, ти улар. Ҡарағат емештәренең өлгөрөп кенә түгел, ә бешеп-ҡайнап, ағастан ҡойолоп бөтөүҙәрен тәүгегә күҙәтәм, ти Фәрит Искәндәров.

30 йыл баҡса тотоу дауамында бындай хәлде күргән булмағас, ул аптырашта ҡала. Тәүҙә ҡыуаҡтар сирлелер тигән уйҙар ҙа булған, әммә күршеләре әйтеүенсә, емештәр юғары температураны күтәрә алмаған. Ысынлап та, бөтә сәбәп эҫелектә һәм ҡоролоҡта, ти баҡсасы.

Ҡарағат ҡыуаҡтарының күләгәлә ултырғандарында емештәр әлегә шул килеш. Ҡойолоп бөткәнсе, йыйып алырға ашыға хужа. Икенсе яҡтан, йылы булғанға йәшелсә-емештәр тиҙ өлгөрә, ваҡытында һыу һибеп кенә торорға кәрәк. Бының өсөн фәрит Искәндәров үҙ ҡулдары менән һыу һипкес тә эшләп ҡуйған.

Күрше участка хужалары элеккесә мискәләргә һыу тултырып ҡуялар. Нина Николаевна әйтеүенсә, йәшелсә-емештәрҙе нисек кенә яҡшылап тәрбиәләргә тырышһалар ҙа, помидорҙарҙың япраҡтары һарғая ла башлаған. Ә теплица эсендәге томаттар иҫән. Уларҙы ҡояш нурҙарынан һаҡлар өсөн махсус ҡулайлама уйлап тапҡан хужалар.

Ғөмүмән, Чистяковтар ғаиләһе баҡса эшенә етди ҡарай һәм тәбиғәттең көтөлмәгән хәлдәренә алдан әҙерләнеп ҡуя.Эҫелектән мульча йәйеү ҡотҡара. Хужалар иртә яҙҙан сабылған үләнде түтәлгә йәйеп һала. Үлән шулай яйлап кибә һәм ерҙә дым һаҡлай. Шуға ла эҫелә тупраҡ артыҡ йылынмай, ә һыуыҡта, киреһенсә, туңмай.

Ҡояш ҡыҙҙырғанда түтәлдәргә һыу һибергә ярамаһа ла, ҡоролоҡтан ярылған ерҙе күреп, түҙмәйенсә, ҡайһы бер баҡсасылар тупраҡты көнөнә өс тапҡыр дымландыра. Аҙна аҙағында һауа торошоноң үҙгәреүе көтөлә, ти синоптиктар. Йоманан башлап республикала аномаль эҫелек үтеүе һәм урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ҡойма ямғырҙар яуыуы көтөлә. Тимәк, көҙгә мул уңыш йыйып алыуға баҡсасыларҙың өмөтө арта.