Туристарҙан ҡалған сүп-сар ҙа күбәйә

Тулыраҡ: Туристарҙан ҡалған сүп-сар ҙа күбәйә

Республикала көндәрҙең саманан тыш эҫе булыуы сәбәпле, күптәр йылға буйҙарына ашыға. Тик бына Асылыкүл менән Ҡандракүл ярындағы туристар айырым һаҡланған биләмәләргә ҡурҡыныс менән янай. Биләмәләр сүп-сар аҫтында ҡала. Ә сәйәхәтселәрҙән йыйылған аҡсаның иһә тейешенсә ҡулланылмауы ихтимал.

Асылыкүл Башҡортостан ғына түгел, ә Көнсығыш Европалағы иң ҙур күл. Тәбиғи парк быға тиклем дә популяр урын ине. Ә быйыл иһә ял итергә килеүселәр һаны бер-нисә тапҡыр артты. Тимәк, туристарҙан ҡалған сүп-сар ҙа күбәйә. Тик көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыусылар ғына юҡ.

Парк хеҙмәткәрҙәренең хәҙер 2 ай эш хаҡын алғаны юҡ. Тоҡтар, бирсәткәләр, машинаға бензин өсөн аҡсаны ла үҙ кеҫәңдән сығарырға тура килә. Иң ауыры – ял итеүселәрҙең таҙалыҡты белмәүендә. Проблемалар ике ай элек башланды, ти Асылыкүл паркы етәксеһе Гүзәл Ғилманова. Ауырлыҡтарҙы ул туранан-тура Башҡортостандың айырым һаҡланған биләмәләр дирекцияһын алыштырыуға бәйләй.

Иң ҡыйыны-сүп-сар өсөн контейнерҙар булмауы, штаттың ҡыҫҡартылыуы. Ә бына туристарҙан йыйылған иғәнәләр суммаһы иһә ярайһы уҡ ҙур. Һәр кеше өсөн 150, ә машинаны ҡуйыр өсөн 90 һум. Тағылған барлыҡ ғәйептәр ҙә урынһыҙ, ти Башҡортостандың айырым һаҡланған бирәмәләр дирекцияһы етәкселеге.

Һәр һум ғына түгел, ә һәр тин иҫәптә. Әгәр ҙә эштәр ыңғай яҡҡа үҙгәрмәһә, тәбиғи парктарҙың юҡҡа сығыуы бар. Мәсьәләне хәл итеүҙең төп юлы – парктар менән идара итеү системаһын ҡайтанан ҡарап сығыу. Ә әлегә Аслыкүл һәм Ҡандракүл парктары етәкселеге тәртип һаҡсыларына мөрәжәғәт иткән. Уларҙың талабы – йыйылған аҡсаны нисек тотонолоуын асыҡлау.