Өфөнөң Кузнецов затоны биҫтәһе йәнә иғтибар үҙәгендә

Тулыраҡ: Өфөнөң Кузнецов затоны биҫтәһе йәнә иғтибар үҙәгендә

Был юлы төҙөлөп бөткән йорттоң хужалары үҙ фатирҙарының асҡыстарын ала алмай интегә. Илһөйәр Хафизова ғаиләһе менән Кузнецов затоны биҫтәһендә өс бүлмәле фатир һатып алған, Әммә шатланырға сәбәп юҡ әле, ти ҡыҙ. Хафаланыу урынлы. Төҙөүсе йортто йылдың беренсе кварталында тапшырырға вәғәҙәләгән.

Ун ҡатлы йорт күптән төҙөлөп бөткән. Әммә йорт хужалары үҙ фатирҙарына күсә алмай интегә. Эште объект эргәһендәге ошо шәхси йорт тотҡарлай. Өйҙөң ишек-тәҙләрәнә ҡарап унда бер кем дә йәшәмәгәне аңлашыла. Был бәләкәй генә өй төҙөлөш башланғанға тиклем үк бар ине, ти халыҡ.

Йорт оҙайлы ваҡыт бикле тора. уның хужаһы кем икәне лә билдәһеҙ. Ҡәғиҙә буйынса, объект биләмәһендә ниндәй ҙә булһа шәхси төҙөлөш бар икән, бинаны файҙалынуға тапшырып булмай. Төҙөүсе менән ошо бәләкәй йорт хужаһы уртаҡ фекергә килеп, йорт күсерелмәһә, 160 ғаилә үҙ фатирҙарының асҡыстарын да ала алмаясаҡ тип борсола.

Андрей Стряпунин шулай уҡ ошо йортта алданған өлөшсө программаһы буйынса фатир алған. Быға тиклем ул ун йыл дауамында йортоноң төҙөлөп бөтөүен көткән. Хәл йәнә ҡабатланыр тип хафалана егет. Башҡортостандың торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереү фонды хеҙмәткәрҙәре иһә, асҡыс тапрышыу ваҡытының кисектерелеүен пандемияға бәйле хәл-ваҡиғалар менән бәйләне һәм фатир асҡыстарын һәр кемде шәхси рәүештә саҡыртып, июль август сиктәрендә тапшырырын вәғәҙәләне.

Йорт сиктәрендә ултырған бәләкәй өй яҙмышы ла хәл ителеү процессында, тип белдерҙе. Мәсьәләнең ни тиклем тиҙ хәл ителеүе әлегә билдәһеҙ. Күп ҡатлы йорт та, эргәһендә төҙөлөш эштәрен тамамлауға ҡамасаулаған бәләкәй өй ҙә бикле тора, Өлөшсөләргә иһә көтөргә генә ҡала.