Әлеге ваҡытта 6 ихата биләмәһен төҙөкләндереү эштәре бара. Ремонт эштәренең дөйөм суммаһы 2020 йылға 59 млн һум. Ихаталарҙың үҙенсәлегенән, йәшәүселәрҙең талаптарынан сығып, йәмәғәт-административ комиссия ниндәй эштәр башҡарыу маҡсатлыраҡ булыуы тураһында ҡарар сығара.
Берәүҙәргә балалар майҙансыҡтары, икенселәргә ололар өсөн ял зоналары мөһимерәк. Ленин проспектындағы йорттарҙың береһндә йәшәңселәр балалар майҙансыҡтарын һайлаған. Бындай программаны улар 5 йыл көткән. Быға тиклем башҡа проекттарҙа ҡатнашҡан, әммә һөйөнсөләр иҫәбенә бер ҙә эләкмәгәндәр.
Былтыр Башҡорт ихаталары программаһына ғариза ебәргәндәр. Бөгөн дөйөм эштең 80 проценты үтәлгән дә инде. Подрядсы ойошма эште 30 июльға тиклем тапшырырға планлаштыра. 2019 йылда Ишембайҙа Башҡорт ихаталары программаһы буйынса 52 млн һумға 10 ихата төҙөкләндерелгән.