Башҡортостан урмандарында дүртенсе һәм бишенсе класлы янғын хәүефе фаразлана

Тулыраҡ: Башҡортостан урмандарында дүртенсе һәм бишенсе класлы янғын хәүефе фаразлана

Рәсәйҙең Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хәбәр итеүенсә, Әлшәй, Архангел, Бәләбәй, Бүздәк, Дүртөйлө, Йылайыр, Кушнаренко, Стәрлебаш, Туймазы, Саҡмағош һәм Шишмә райондары биләмәһендәге урмандарҙа айырыуса һаҡ булырға кәңәш ителә. Хәйбулла, Күгәрсен, Көйөргәҙе, Мәләүез, Стәрлетамаҡ һәм Федоровка райондарында бишенсе класлы янғын хәүефе фаразлана. Башҡортостан биләмәһендә тәүлек эсендә дөйөм 5 гектарҙа 7 янғын сыҡҡан.