Халыҡҡа ярҙам күрһәтеүҙең бер ысулы - социаль контракттар

Тулыраҡ: Халыҡҡа ярҙам күрһәтеүҙең бер ысулы - социаль контракттар

Социаль контракт — граждан һәм халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү органдары араһында төҙөлгән килешеү. Документ гражданға адреслы социаль ярҙам күрһәтеүҙе күҙ уңында тота. Башҡортостанда Социаль килешеү программаһы 2014 йылдан алып эшләп килә. Быйыл республика ярлылыҡ кимәлен кәметеү буйынса федераль пилот проектына инде. Проекттың төп маҡсаты– граждандарҙың килемләрен арттьрыуға булышлыҡ итеү. Уның өсөн федераль бюджеттан 430 миллионға яҡын аҡса бүленәсәк. Һөнәрҙе күңелгә ятышлыһына үҙгәртеү бер ҡасан да һуң түгел. Екатерина Әхиәрова быға асыҡ миҫал. Ике бала әсәһе һөнәре буйынса иҡдисадсы, әммә тормошон балаларһыҙ күҙ алдына килтерә алмай. Шуға ла, бер нисә йыл элек иҫәп-хисап эшен ҡалдырып, балалар баҡсаһына эшкә урынлаша ҡатын. Март айына тиклем үҙе йәшәгән Миловка ҡасабаһы балалар баҡсаһында эшләй, пандемия башланыу сәбәпле, эшен туҡтарырға мәжбүр була, бер айҙан бөтөнләй эшһеҙ ҡала. Башҡортостанда адреслы социаль ярҙам күрһәтеү программаһы 2014 йылдан уҡ бойомға ашырыла. Быйыл республика ярлылыҡ кимәлен кәметеү буйынса федераль пилот проектына инде. Ошо йәһәттән социаль килешеү программаһының йүнәлештәре лә үҙгәрҙе. Хәҙер кешене эш менән тәъмин итеү, өҫтәмә һөнәри белем алырға һәм шәхси эшҡыуарлыҡты үҫтерергә ярҙам итеү  — төп йүнәлештәр. Социаль килешеү нигеҙендәге адреслы ярҙамға аҙ тәъмин ителгән ғаиләләр һәм яңғыҙ йәшәгән граждандар дәғүә итә ала. Лилиә Ғәлиәкбәрова үҙ ғаиләһе менән шундайҙар иҫәбендә. Йәш әсә Өфө кафеларының береһендә ашнаҡсы булып эшләй. Пандемия арҡаһында байтаҡ ваҡыт өйҙә ултырырға тура килә. Беренселәрҙән булып социаль килешеү программаһы мөмкинлектәре менән файҙалана алыуына шатлығын йәшермәй ҡатын.Әлегә республикала 30-ҙан ашыу кеше социаль контаркт ярҙамында эшкә урынлаша алған. Тимәк, эш хаҡынан тыш, уларҙың һәр береһе ай һайын 10434 һум өҫтәмә аҡса ала, тигән һүҙ, Республикала 2 меңгә яҡын кешене социаль контракт буйынса эшкә урынлаштырыу маҡсаты тора. Социаль контаркт 3 айҙан бер йылға тиклем төҙөлә. Уның түләү ваҡыты кешенең мәтди хәленән сығып билдәләнә. Бөтә төр йүнәлештәр буйынса социаль ярҙам менән республикала йәшәүсе 5 меңдән ашыу кеше файҙалана аласаҡ. Бының өсөн бары тик тейешле документтар менән халыҡты социаль яҡлау бүлеге филиалдарында мөрәжәғәт итергә кәрәк.