«Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» стеллаһының макетын һәм ҡуйыу урынын халыҡ һайлаясаҡ. Был турала ойоштороу комитетының тәүге ултырышында хәбәр иттеләр. Конкурсҡа бихисап эштәр ебәрелгән. Шуларҙың ун бише менән комитет ағзалары танышты. Макеттарҙың бишәүһе тауыш биреүгә сығарыла, йәмәғәтселек фекерен иҫәпкә алып, улар араһынан еңеүсе һайлана. Стелланы ҡуйыу урыны ла тауыш биреү ярҙамында билдәләнә. Уның Еңеү паркында, Ағиҙел яры буйында йәки Хөкүмәт Йорто алындағы скверҙа урынлашыуы ихтимал. Һайлап алыуҙың тәүге өлөшө тәүҙә интернет селтәрендә барасаҡ. “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһенең сайтына инеп, эштәр менән танышырға һәм үҙеңә оҡшағанына тауыш ҡалдырырға мөмкин.
Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы
Тулыраҡ: Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы