Бөтә ауырыуҙарҙан дауаланыу өсөн миллион һум аҡса

Тулыраҡ: Бөтә ауырыуҙарҙан дауаланыу өсөн миллион һум аҡса

Тап ошо тылсымлы һүҙҙәргә ышанған пенсионер үҙен күрәҙәсе тип таныштырған ят кешегә бар аҡсаһын күсергән. Мөғжизәгә ышанған ҡатын хәҙер тынысланыр өсөн көн дә дарыу эсергә, етмәһә кредит түләргә мәжбүр. Республикала әле ике меңдән ашыу кеше үҙ карталарынан аҡса күсереп мутлашыусылар ҡулына эләккән. 70 йәшлек Вәсилә Әхмәтова мутлашыусылар ҡулына эләгеүселәрҙең береһе. Бер нисә ай элек тап телевизор аша ул күрәҙәселәрҙең рекламаһына юлыға. Экстрасенстар телефон аша йәнәһе лә, кешене төрлө ауырыуҙан, насар ғәҙәттән ҡотҡарабыҙ, тип вәғәҙә иткән. Күрәҙәселәрҙең процедуралары түләүле икәне бер ҙә аптыратмай. Үҙенең яҡын кешеһен юғалтырға ҡурҡҡан ханым шунда уҡ уларға бар аҡсаһын ебәрә. Тәүҙә илле мең һум, һуңынан йөҙ, ике йөҙ... Һөҙөмтәлә миллион һумдан ашыу. Ҡалған аҡсаны пенсионер кредитҡа алған. Ҡыҙым һауыҡманы, үҙемдең дә хәлем насарайҙы, тип зарлана зыян күреүсе. Мутлашыусылар ҡулына эләгеүен ул гәзиттә баҫтырылған иғландан ғына абайлап ҡала. Ни өсөн ят кешеләргә ышанып, миллионлаған аҡса ебәреүен ул әле лә аңлап етмәй. Оло кешеләр һәр нәмәгә тиҙ ышаныусан, шуға ла мутлашыусылар күп осраҡта ҡорбан итеп песионерҙы һайлай, тип билдәләй психологтар. Берәүҙәр аҡса өсөн кешенең ышанысын яулаһа, икенсе мутлашыусылар иһә телефон һәм интернетты төп ҡорал итеп ҡуллана. Хәҙер күптәр картала һаҡланған аҡсаларынан да ҡолаҡ ҡаға.Майя Ишмәтованың картаһынан ике тапҡыр утыҙ мең һум аҡса сисәләр. Бөтә мәғлүмәттәр һаҡланғанға күрә, аҡса урлау мутлашыусы өсөн бер ниндәй ҙә ҡыйынлыҡ тыуҙырмаған, тип һанай ул. Өҫтәүенә, мутлашыусылар ниндәй ҙә булһа сәбәп менән теләһә кемгә шылтаратып картаның пин-кодын, номерын, хатта паролен дә һорай. Тик банкта эшләгән хеҙмәткәрҙәр бер ваҡытта ла бындай һорауҙар менән клиенттарға мөрәжәғәт итмәй.Зыян күреүселәр әле полиция хеҙмәткәрҙәренә ғариза яҙған, әммә аҡсаларын кире ҡайтара алырҙармы-был һорау асыҡ ҡала. Тәртип һаҡсылары һәр ваҡыт оло кешеләр менән профилактик эштәр алып бара. Ят кешеләргә ышанмаҫҡа, карта менән һаҡ тотонорға һәм теләһә кемгә аҡса күсермәҫкә кәңәш итә улар. Ошо ҡағиҙәләрҙе иҫтә тотҡанда ғына бәлки мутлашыусылар ҡулына эләгеүселәр әҙәйер.