Бензин тейәгән машиналар

Тулыраҡ: Бензин тейәгән машиналар

Рәсәйҙең оборона министрлығы Ислам дәүләте террор ойошмаһы бензовоздарының Сүриә сиген үтеп Төркиәгә юлланыуы тураһында видеояҙма күрһәтте. Шулай итеп, Төркиәнең нефть һатып алыу юлы менән террорсыларҙы финанслауы раҫланды. Тик быны НАТО блогына ингән бер генә ил дә танырға теләмәй. Улар бик һаҡ белдереүҙәр яһап аҡланырға тырыша. Сүриәлә СУ-24 самолеты тап бензовоздар колоннаһын утҡа тотҡандан һуң бәреп төшөрөлә лә инде. Рәсәй етәкселеге Төркиәнең башҡа һыймаҫлыҡ был ғәмәлен арҡаға бысаҡ ҡаҙау тип баһаланы.