Тап Төркиә етәкселегенең ошо аҡылһыҙ ҡылығынан һуң Рәсәй президенты Владимир Путин үҙ Указы менән Рәсәй һәм Төркиә араһындағы мөнәсәбәттәргә етди үҙгәрештәр индерҙе. Төбәктәрҙә ошо ил ойошмалары менән булдырылған тығыҙ бәйләнештәр һуңғы көндәрҙә даими иғтибар үҙәгендә. Гуманитар өлкәлә хеҙмәттәшлек итеүсе, юғары уҡыу йорттарында белем алыусы сит ил граждандарының яҙмышы борсолоу тыуҙыра. Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетытында әлеге ваҡытта белем алған студенттар өсөн иһә бер ниндәй хәүеф тә юҡ, улар уҡыуын дауам итә. Бында йәмғеһе 31 студент, бер аспирант, ике әҙерлек бүлеге уҡыусыһы бар.
Төркиә студенттарына хәүефләнергә урын юҡ
Тулыраҡ: Төркиә студенттарына хәүефләнергә урын юҡ