Импортты алмаштарыу нисек бара?

Тулыраҡ: Импортты алмаштарыу нисек бара?

Рәсәй президенты йыллыҡ хат менән мөрәжәғәт итеп ауыл хужалығына иғтибарҙы көсәйтергә саҡырҙы. Владимир Путин был тармаҡта импортты алмаштырыу йәһәтенән заманса технологияларға таяныу кәрәклеген белдерҙе. Ил етәксеһе 2020-се йылға эске баҙарҙы тулыһынса үҙебеҙҙә етештерелгән аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеү бурысын ҡуйҙы. Башҡортостан да тулыһынса үҙен ауыл хужалығы тауарҙары менән тәьмин итә ала. Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, уҙған йылда 1 миллион 700 мең тоннанан ашыу һөт етештерелгән булһа, киләһе йылда уны 2 миллионға еткереү ҡарала. Был һыйыр бер нисә минут элек кенә быҙаулаған. Ә көнөнә ферма малсылары тиҫтәгә яҡын быҙау ала. Ике йөҙ башҡа иҫәпләнгән комплекста әле 160 быҙау бар. Уларҙың күбеһе һуңғы ярты йыл эсендә тыуған. Хужалыҡта яңы тыуған быҙауҙарға ҙур иғтибар бүленә. Шуға күрә, барыһы ла тиерлек аяҡҡа баҫа һәм малдарҙың һанын арттырырға булышлыҡ итә. Мәҫәлән, йыл һайын көтөү 20 башҡа күбәйә. Ситтән дә эре малды һатып алмайҙар. Ауыл хужалығы тауарҙарын етештереү еңел түгел – эштә яуаплылыҡ һәм тырышлыҡ талап ителә. Мәҫәлән, предприятиела һәр һыйыр көнөнә 12 литрға тиклем һөт бирә. Ә йыл дауамында был күрһәткес 6 мең литрғаса етә. Уңыштың сере иһә ябай ғына. Һөт һауыу күрһәткестәренең яҡшырыуы Ауырғазы районы өсөн генә түгел, ә бөтә республика өсөн хас. Әгәр ошолай дауам итһә, ауыл уңғандары башҡа төбәктәргә сығып, Рәсәй баҙарында үҙ урынын аласаҡ, тип иҫәпләй белгестәр. Башҡортостан һөт һауыу буйынса илдә алдынғылар рәтендә ҡала. Әгәр, уҙған йылда 1 миллион 700 мең тоннанан ашыу һөт етештерелгән булһа, 2016 йылда был күрһәткесте 2 миллионға еткереү планлаштырыла.