Шүлгән таш мәмерйәһендә башланған таҙартыу эштәренең тәүге өлөшөн тамамланы

Тулыраҡ: Шүлгән таш мәмерйәһендә башланған таҙартыу эштәренең тәүге өлөшөн тамамланы

Донъяла билдәле рестовратор Эдаль Антон Гийаме Шүлгән таш мәмерйәһендә башланған таҙартыу эштәренең тәүге өлөшөн тамамланы. Эдаль Гийаме етәкселегендәге белгестәр төркөмө ике аҙна дауамында мәмерйәнән сыҡмаған, тиерлек. Уларҙың маҡсаты- тәбиғәт ҡомартҡыһы стеналарына йылдар дауамында һалынған яҙыуҙарҙы таҙартыу һәм мәмерйәне тәбиғи хәлгә еткереү. Күренеүенсә, тәүтормош кешеләре бында мамонттар төшөрһә, замандаштарыбыҙ сағыу буяуҙар һәм ҙур хәрефтәр менән үҙҙәренең исемдәрен мәңгеләштереүҙе йола иткән. Кеше өсөн был аңлатыуға бирелмәгән йола булһа, мәмерйә өсөн уның зыянынан башҡа файҙаһы юҡ. Тәү сиратта уникаль мәмерйәнең биофлораһы боҙола, тәбиғи матурлығы юҡҡа сыға. Эдаль Гийаме әфәнде яҙыуҙарҙы таҙартыу эшен үҙе уйлап сығарған алым-ябай һыу һәм мамыҡ ярҙамында башҡара. Республиканың күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса фәнни-етештереү үҙәк хеҙмәткәрҙәре ғалимға ярҙам итеп кенә ҡалмай, уның тәжрибәһен дә ентекле өйрәнә. Мәмерйәлә яҙыуҙарҙың барыһы ла таҙартылмаясаҡ. Мәҫәлән, билдәле башҡорт шағиры, фольклорсы Ғабдулла Амантайҙың үҙ ҡулдары менән яҙған исемен ғалимдар ҡалдырырға ҡарар иткән.Ике аҙна эсендә белгестәр мәмерйәнең 16 квадрат метр стенаһын яҙыуҙарҙан таҙартҡан. Әлбиттә был күп түгел. Тәбиғәт ҡомартҡыһын тулыһынса яҙыуҙарҙан таҙартыу эше ике-өс йыл дауам итәсәк.Был бик ваҡ һәм яуаплы эш. Шуның өсөн дә ниндәй ҙә булһа мәмерйәлә йә башҡа тәбиғәт ҡомартҡыһына барып буяу менән исемен мәңгеләштерергә теләүселәр үҙҙәренең исемен киреһенсә-әҙәпһеҙлек менән бәйләүен иҫендә тоторға тейеш.