Ауырғазы районында төбәктәге иң ҙур аграр предприятиеларҙың береһе - “Урожай” инвестиция проектын бойомға ашырыу барышы менән Республика башлығы Радий Хәбиров ҡыҙыҡһынды. Был һөт тауар фермаһы 6 м 530 һыйыр малын аҫрауға һәм 2 мең 980 баш мал үрсетеүгә иҫәпләнгән. Һөтсөлөк тармағын үҫтереүҙең күләмле проекты 2018 йылдың декабрендә Башҡортостан хөкүмәтендәге инвестиция сәғәтендә раҫланғайны. Инвестиция күләме 4 миллиард 500 миллион һумдан ашыу. Үткән йылда 1 мең 200 мал башына иҫәпләнгән ферма файҙаланыуға тапшырылды. Проектты бойомға ашырырға республика етәкселеге ярҙам итә: компаниялар төркөмө төбәк фондынан заем ала. Киләһе ике йылда Ишлелә 5000 баш һауын һыйырға иҫәпләнгән ферма биналары, быҙау һарайҙары, һөт һауыу блоктары һәм башҡа ярҙамсы биналар төҙөү ҡаралған. Вице-премьер, ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов белдереүенсә, комплекс тулы ҡеүәтенә эшләй башлау менән Башҡортостан һөт етештереү буйынса илдә алдынғы урынға сығыу һәм республикала һауын һыйыр аҫрау буйынса заманса компетенция үҙәге барлыҡҡа килеү мөмкинлеге ала.Республика башлығы комплекс етәкселеге менән һөттө һатыу мөмкинлектәре, предприятиеға дәүләт ярҙамы күрһәтеү саралары тураһында фекер алышты. Холдингтың артабанғы үҫеш мәсьәләһен инвестиция сәғәттәренең береһендә йәнә бер тапҡыр ҡарарға тәҡдим итте. Ауырғазы районында бойомға ашырылған тағы ла бер инвестиция проекты – селекция-орлоҡсолоҡ үҙәге. Ун ҡеүәте – сәғәтенә 20 тонна орлоҡ әҙерләү. Компания етәксеһе Радик Рафиҡов белдереүенсә, бында орлоҡ әҙерләүҙең таҙартыу, һайлап алыу һәм ағыулауҙы берләштергән тулы циклы ҡаралған. Эштәр автоматлаштырыласаҡ. Инвестиция күләме 240 миллион һум. 2020 йылдың февралендә үткән инвестиция сәғәтендә проектты өҫтөн бурыстар исемлегенә индерергә ҡарар ителгәйне. Республика башлығының эш сәфәре Ҡырмыҫҡалы районында дауам итте. Бында Радий Хәбиров “сәнәғәт сәғәте” тәртибендә күсмә кәңәшмә үткәрҙе. Ул Өфө юл машиналары предприятиеһының Ҡырмыҫҡалыла яңы асылған “Кировец-Өфө” дилер үҙәгендә ойошторолдо. Ауыл хужалығы техникаһын һатыуҙан тыш дилер үҙәге Кировец тракторҙарын гарантия буйынса хеҙмәтләндереү һәм уларға таҡма ҡоролмалар етештереүҙе яйға һаласаҡ. Радий Хәбиров менән Петербург трактор заводы директоры Сергей Серебряков үҙәктең эшмәкәрлеге менән танышты. Республикала ауыл хужалығы техникаһы һәм йыһаздарын хеҙмәтләндереү предприятиеһын булдырыу тураһындағы тәҡдим шулай уҡ Хөкүмәттәге инвестиция сәғәтендә хәл ителгәйне. “Уфадормаш” предприятиеһы республика баҙарына йылына 30 берәмек техника сығара, дилер үҙәген файҙаланыуға тапшырыу иһә һатыуға ҡуйылған техника һанын арттырырға булышлыҡ итәсәк. 2024 йылға тиклем үҙәктең тағы бер етештереү бинаһын төҙөү көтөлә. Һөҙөмтәлә, районда 70 яңы эш урыны барлыҡҡа киләсәк.
Ишлелә мал ишәйә
Тулыраҡ: Ишлелә мал ишәйә