Башҡортостанда яңы күсмә ветеринар лаборатория һынау үтә

Тулыраҡ: Башҡортостанда яңы күсмә ветеринар лаборатория һынау үтә

Ул газель автомобиле нигеҙендә эшләнгән. Яңы ҡорамалдар ярҙамында белгестәр малдарҙың тиҫтәләгән сирен тикшерә ала. Күсмә лабораторияла малдарҙан алынған ҡандың анализын тикшереү өсөн 30-ға яҡын махсус ҡорама бар. Улар ярҙамында табиптар һыйыр һәм быҙауҙарҙың тиҫтәләгән сирен тиҙ-арала тикшереп, диагноз ҡуя ала. Техника ике аҙна элек килтерелгән. Әле иһә Алесеевка хужалығы зоотехниктарына ярҙам күрһәтә. Ике көн эсендә 80-гә яҡын тикшереү үткәрелгән. Белгестәр малҡайҙарҙың һөтөн, эскән һыуын, аҙығын һәм хатта һауаның миҡдарын да билдәләй ала. Лаборатория бар кәрәк-яраҡтар менән йыһазландырылған. Бында хатта һыйырҙарҙың йөрәк тибешен тикшереү өсөн электр кардиограммаһы, ашҡаҙан, эсәктәрен тикшереү өсөн ҡорама ла бар.Тикшерелгән анализдар тиҙ арала диагноз ҡуйырға һәм дауалау ысулдарын билдәләргә ярҙам итә. Әлегә лабораторияла юғары белемле, тәжрибәле ике белгес эшләй. Улар малҡайҙарҙы тулыһынса тикшереп, кәрәкле тәҡдимдәрен дә бирә.Әле күсмә ветеринар лаборатория менән күрше төбәктәр ҙә ҡыҙыҡһына башлаған. Киләсәктә иһә бындай мобиль лабораторияларҙы киң ҡулланыу ҡарала.