„Башҡортостан„ Дәүләт телерадио-компанияһы ҡәҙимге йылдың мартында башҡорт һәм рус телендә „ Әйтер һүҙем бар...„ пректын башлап ебәргәйне. Бында егерменән ашыу төрлө һөнәр эйәләре ҡатнашып, үҙ хистәрен шиғыр аша аңлатырға тырышты. Әле „Әйтер һүҙем бар„ проекты үҙ эшен йомғаҡларға әҙерләнә. Земфира Хөсәйенова пректтың беренсе ҡарлуғасы. Уның аяҡ арты еңел булған. Проектта бик күп кеше ҡатнашҡан. Проектта йәше лә, олоһо ла шиғыр һөйләй. Улар араһында иң кесеһе беренсе клас уҡыусыһы булһа, иң өлкәненә 92 йәш. Нәйлә Сәфәрғолова проекттың исемен дә юҡҡа ғына „Әйтер һүҙем бар„ тип атамаған. Яҡындар, туғандар иҫән-һау саҡта теләктәрҙе йәшермәй еткерергә, хис-тойғоларҙы ла әйтеп бирергә кәрәк, ти ул. Проектты йомғаҡлау йәғни поэзия балы башҡорт дәүләт академия драма театрында үтәсәк. Әле унда етди әҙерлек бара. Проектта ҡатнашыусылар телевизор ҡараусыларға ғына түгел, залда ултырыусы тамашасыларға ла шиғыр һөйләү оҫталығын күрһәтәсәк. Сараға теләгән кеше үҙ фекерен, әйткеһе килгән һүҙен еткерһен, яратҡан шиғырҙарын уҡыһын өсөн махсус трибуна ҡуйыу ҙа ҡаралған. Поэзия балында һирәк осрай торған китаптарҙы аукциондан һатып алыу ҙа ойоштороласаҡ. Йыйылған аҡса Нәжиб Асанбаевтың йорт-музейын асыуға йүнәлтелә.
Әйтер һүҙем бар
Тулыраҡ: Әйтер һүҙем бар