Өфө лимонарийында Көнъяҡ Америка гөлө – стрелиция сәскә атты

Тулыраҡ: Өфө лимонарийында Көнъяҡ Америка гөлө – стрелиция сәскә атты

Сәскәгә исем Бөйөк Британия батшабикәһе София Стрилитц хөрмәтенә бирелгән. Тыуған яғында торна гөлө, ә халыҡ телендә уны ожмах ҡошо тип тә йөрөтәләр.Гөлдәрҙе тәрбиәләү оҫталыҡ һәм даими иғтибар талап итә, ти белгестәр. Лимонарий хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, был ғәжәйеп сәскәләрҙе гөл яратыусылар йорттарында ла үҫтерә ала, бары тик стрелиция үҫкән ер йылы һәм яҡты булыуы мөһим.