Мәктәптәр үҙебеҙҙә үҫтерелгән йәшелсә-емеш менән тәьмин ителәсәк

Тулыраҡ: Мәктәптәр үҙебеҙҙә үҫтерелгән йәшелсә-емеш менән тәьмин ителәсәк

Башҡортостанда етештерелгән һөт, ит ризыҡтары менән бер рәттән мәктәп ашханалары үҙебеҙҙә үҫтерелгән йәшелсә-емеш менән тәьмин ителәсәк. Республика башлығы Радий Хәбиров был хаҡта Шишмә районына эш сәфәре барышында белдерҙе. Урал климатын баҡсасылыҡ өсөн ҡулайһыҙ тип тапҡандарға ҡаршы Шишмә аграрийҙары алма уңышына нигеҙ һала. Тарихи совхоз питомнигы биләмәһендә дәртле фермерҙар киләһе 30 йылға тиклем концессион килешеү төҙөп төбәктә емешселек тармағын тергеҙеү маҡсатын ғәмәлгә ашыра. Хужалыҡ етәксеһе Рәмил Ғәлиуллин Радий Хәбировҡа 11,1 гектарҙа ултыртыған алмағас үҫентеләрен күрһәтә. Баҡсала ҡулланылған заман технологиялары сикләнгән майҙанда тиҙ арала юғары уңыш алыу мөмкинлеген бирә. Аграрийҙар етештереү ҡеүәтен арттырып Башҡортостан халҡын үҙебеҙҙә үҫкән емеш-еләк менән туйындырырға һәм төбәк тәбиғәтенә яраҡлашҡан үҫентеләр менән тәьмин итергә иҫәп тота. Интенсив һәм суперинтенсив алма баҡсаһын 2034 йылға мең гектар майҙанға киңәйтеү көтөлә. Бынан тыш хужалыҡ ҡайын еләге үҫтереүҙе яйға һалған. Инициатива федераль һәм республика субсидиялары ярҙамында бойомға ашырыла. Вице-премьер, ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов белдереүенсә, субсидия биреү тәртибен баҡсасыларҙың ғәмәлдәге талаптарына ҡарап камиллаштырыу күҙ уңында тотола. Емеш-еләк питомнигы нигеҙендә компетенция үҙәге эшен ойоштороу мөмкинлеге лә ҡарала. Предприятие әле Башҡорт дәүләт аграр университеты менән селекция һәм сорт сығарыу өлкәһендә хеҙмәттәшлек итә, ә студенттар хужалыҡта практика үтә. Шишмә емеш питомнигы етештергән продукцияһын республика мәктәптәре һәм балалар баҡсаларына оҙата. Республика башлығы был ғәмәлгә ыңғай ҡарашта. Радий Хәбиров “Балалар төбәктә үҫтерелгән тәбиғи саф ризыҡтан туҡланырға тейеш”, — тип белдерҙе. Район үҙәге халҡының көнкүреше һәм ялын ойоштороу ҙа “Ауыл сәғәте”нең көн тәртибендә. Республика башлығы урындағы быуа плотинаһын тергеҙеү планын тәҡдим итә. Прооект бер юлы ике маҡсатҡа яуап бирә — беренсенән емеш питомнигын һуғарыуға һыу запасын тәьмин ителә, икенсенән халыҡ өсөн уңайлы ял өсөн йәмәғәт биләмәһе барлыҡҡа килә. Төҙөкләндереү саралары яр буйын матурлау, пляж ҡороу, балалар өсөн уйын һәм спорт майҙансыҡтары төҙөүҙән ғибәрәт. Радий Хәбиров район етәкселегенә республика башлығының йәмәғәт биләмәләрен үҫтереү буйынса советнигы менән берлектә быуа тирәһен төҙөкләндереү планын төҙөргә ҡушты. Республика Хөкүмәте яғынан иһә проектты әҙерләү һәм бойомға ашырыр өсөн ярҙам сараһы күреләсәк.