Өфөлә «Парк эсендәге ҡала» тип исемләнгән мәғариф семинар үтте. Сараны Башҡортостан ҡалаларының үҫеш институты һәм Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы республика ҡалаларында һәм ауылдарында ял өсөн бөтә уңайлы шарттар булдырыу маҡсатында ойошторҙо. Бөтә райондарҙан килгән хакимиәт вәкилдәре башҡала парктары, фонтан һәм ихата биләмәләре менән танышты. Был ял программаһы түгел, ә танып-белеү экскурсияһы. Республиканың ҡала-райондарынан килгән хакимиәт вәкилдәре һәм белгестәр Өфөнөң Дубки скверы бейеүсе торналар фонтаны менән таныша, уның эшләү механизмы, тирә-яҡты төҙөкләндереү, яңыртыу нескәлектәре менән ҡыҙыҡһына. «Парк эсендәге ҡала» тип исемләнгән семинар башҡаланың матур фонтандарының береһе менән танышыуҙан башланды. Сара ауыл һәм ҡалаларҙа уңайлы мөхит булдырыу маҡсатында икенсе йыл рәттән ойошторола. Республиканың муниципалитет вәкилдәре хәҙерге һәм киләсәк төҙөкләндереү проекттары хаҡында һөйләшә, үҙ-ара тәжрибә менән уртаҡлаша. Семинарҙа ҡатнашыусылар Өфө ял урындарының төҙөкләндереү барышын да ҡараны. Черниковканың беренсе май паркында барған яңыртыу эштәре күптәрҙә ҡыҙыҡһыныу уятты. Заманса паркта але башҡарыр эштәр бихисап, күл тирәһен төҙөкләндереү, балалар, спорт майҙансыҡтарын төҙөү, видеокамералар ҡуйыу, автономлы һыу һибеү системаһын булдырыу. Төрлө арт-обьекттар урынлаштырыу, Ял зонаһы эшен тамамлау планда тора. Район вәкилдәре был тәжрибәне урындарҙа ҡулланырға ниәтләй. Район хакимиәте вәкилдәре шулай уҡ ҡала ихаталары төҙөлөшө менән танышты. Был йәһәттән дә тәжрибә менән бүлешер эштәр бихисап. Биләмәләр заман талаптарына яраҡлаштырылып төҙөлә. Эргә-тирәләге юлдар, ихата, балалар, спорт майҙансыҡтары, автомобиль парковкалары - барыһы ла бер юлы тәртипкә килтерелә. Төҙөкләндереү эше ихаталарҙың үҙенсәлегенән һәм, иң мөһиме, йәшәүселәрҙең талаптарынан сығып башҡарыла. Семинарҙа төҙөкләндереү проекттарын булдырыуҙа Синхронлаштырыу кәрәклеге һыҙыҡ өҫтөнә алынды. Был милли проекттарҙы һәм тирә-яҡ мөхитте төҙөкләндереүгә йүнәлтелгән республика программаларын бергә тормошҡа ашырыу тигән һүҙ. Баш ҡалала ғына түгел, һәр муниципаль берәмектә лә уңайлы мөхит тыуҙырыу мөмкинлектәре бар. Уларҙы бары дөрөҫ ҡуллана белергә кәрәк, ти сараны ойоштороусылар Төбәк башлығы Радий Хәбиров был йәһәттән Өфө ыңғай үҙгәрештәрҙең өлгөһө булырға тейеш тип белдерҙе. Семинарҙа парк сәнғәте тигән төшөнсә яңғыраны. Парк сәнғәте үҙгәреүсән, ул заман талаптарына яуап бирергә тейеш, тине Радий Хәбиров. Зауыҡлы биләмәләр тип иғлан ителгән йылды төбәк етәксеһе генераль йыйыштырыу тип атаны һәм һәр районға күп йыллыҡ туҙанды осороп, заманса, зауыҡлы мөхит булдырырға саҡырҙы. Милли проекттарҙың, ҡала инфраструктураһын үҫтереүгә йүнәлтелгән ошондай сараларҙың әһәмиәте алыштырғыһыҙ. Уның һөҙөмтәләре лә оҙаҡ көттөрмәй. Ҡалаларҙы үҙгәртеү, төҙөкләндереү эштәрен сифатлы алып барыу буйынса Башҡортостан иң алдынғылар исемлегендә.
Парк эсендәге ҡала
Тулыраҡ: Парк эсендәге ҡала