Өфө буйлап экскурсия

Тулыраҡ: Өфө буйлап экскурсия

Туристар өсөн Өфөлә тарихи һәм мәҙәни ҡомартҡылар, һәйкәл, иҫтәлекле урындар исемлеге әҙерләнә. Әле яҡынса өс йөҙ обьект билдәле. Шулай уҡ ҡала урамдарында юл күрһәткестәре ҡуйыла башланы. “Мираж” теплоходы бер көн эсендә яҡынса биш-алты рейс эшләй. Әле лә ул сираттағы сәйәхәтселәренә ашыға. Бигерәк тә йәйге көндә Ағиҙел ярын теплоходҡа ултырып ҡарарға теләүселәр бихисап, ти урындағы хеҙмәткәрҙәр. Ағиҙел ярының матурлығын күреп кенә түгел, ә баш ҡаланың һәм уның билдәле урындары тураһында мәғлүмәтте ишетергә мөмкин. Экскурсовод республиканың арҙаҡлы шәхестәре, Өфөнөң ҡасан һәм нисек барлыҡҡа килгәне тураһында һөйләй. Ҡунаҡтарға ҡыҙыҡлы һорауҙарын бирә. Теплоходта Себер яҡтары, күрше төбәктән килеүселәр ҙә бар. Уларҙың күбеһе Өфөлә беренсе тапҡыр. Сәйәхәт итеү менән берлектә ҡаланың тарихын өйрәнеү ҙур ҡыуаныс, ти ҡунаҡтар. Ағиҙел яры буйлап сәйәхәт бер сәғәт дауам итә. Ҡунаҡтар иҫтәлеккә фотоға төшә, бер-береһе менән күңел аса. Нәркәс Йосопова. Теплоходта бөтәһе 54 кеше өсөн урын тәғәйенләнгән. Бында күбеһенсә ололар балалары менән килә. Күңелле музыка уйнай һәм әлбиттә сабыйҙарҙың бейеүен дә күҙәтергә мөмкин. Сәйәхәттең уңышлы барыуы тәү сираттта экскурсоводтан тора. Иң мөһиме мәғлүмәтте дөрөҫ итеп, ҡыҙыҡһындырып һөйләргә кәрәк. Әммә республикала улар һирәк, ти Башҡортостандың экскурсоводтар гильдияһы рәйесе. Өфө хакимиәтенән белдереүҙәренсә, баш ҡала буйлап сәйәхәт итеү өсөн яҡынса өс йөҙ әһәмиәтле тарихи һәм мәҙәни ҡомартҡылары исемлеккә индерелгән. Әле ситтән килгән ҡунаҡтарға рус һәм инглиз телендә яҙылған алтмыш юл күрһәткестәре ҡуйылған. Быйыл Өфөлә экскурсовод һөнәре буйынса курстар үткәреү ҙә күҙалланған. Киләсәктә мәҙәни мираҫ обьектарҙы һаҡлап ҡалыу һәм туристарҙы йәлеп итеү бурысы ҡуйылған.