Ергә һуңғы ете йылда иң сағыу тип танылған ике ҡойроҡло йондоҙ, комета, яҡынлаша. 23 июль төнөндә Ньювайз Ергә иң яҡын нөктәлә теркәлә. “Новости” Рәсәй мәғлүмәт агентлығы, Мәскәү планетарийынан алынған белешмәгә нигеҙләнеп, ғалимдар яңы асҡан комета Ергә 110,52 миллион километрға яҡынлаша, тип хәбәр итә. Ерҙән был сағыу күренеште кисен һәм төндөң тәүге яртыһында бинокль, телескоп ярҙамында күҙәтергә мөмкин. Тик кометаның яҡтылығы көндән-көн кәмей бара.
Иң сағыу “ҡойроҡло йондоҙ” яҡынлаша
Тулыраҡ: Иң сағыу “ҡойроҡло йондоҙ” яҡынлаша