Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республика буйынса төбәк идаралығы Башҡортостанда ҡойма ямғырҙар яуыуы, йәшен йәшнәүе, көндәрҙең һалҡынайыуы сәбәпле һаҡ булырға саҡыра. 23 июлдә оҙайлы көслө ямғырҙар үтте. Ел төнъяҡ-көнсығыштан, талғын, һауа температураһы 19-24 градус. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы көслө ямғыр мәлендә шәхси транспортта юлға сығыуҙан тыйылып торорға саҡыра. Мөмкин булһа өйҙә йәиһә эш урынында ҡалығыҙ. Радио тапшырыуҙарын туҡтатмағыҙ, ашығыс мәғлүмәттәр ғәҙәттә радио селтәренән хәбәр ителә. Ҡойма ямғырҙа урамда ҡалған осраҡта ер аҫты үткәүелдәре кеүек түбән урынлашҡан ҡорамаларға төшмәгеҙ, һыу баҫыу хәүефе янамаған биналарҙа ышыҡланырға тырышығыҙ. Ямғыр ваҡытында шәхси транспортта булһағыҙ күләүектәрҙе кисеп сығырға ашыҡмағыҙ, автомобилде юл ситендә туҡтатып ҡойма ямғырҙың үткәнен көтөгөҙ. Машинаға һыу үтеү ҡурҡынысы тыуыу менән транспорт сараһын ҡалдырып ышыҡ урынға күсеүегеҙ хәйерле.
Башҡортостанға ямғыр килде
Тулыраҡ: Башҡортостанға ямғыр килде