Талаптар ҡәтғиләшә

Тулыраҡ: Талаптар ҡәтғиләшә

COVID-19 менән бәйле хәлдең үҙгәрешен фаразлап Республика һаулыҡ һаҡлау министрлығы сир йоҡтороу кимәле көҙгә яҡын һүлпәнәйер, тип белдерә. Министр урынбаҫары Ирина Кононова билдәләүенсә, әле пандемияның иң юғары күләме күҙәтелә, сир асыҡланған пациенттар һәм пневмония менән ауырығандар һаны бер кимәлдә. Социаль дистанцияны тотмау, битлектәрҙе сисеү кеүек ташламаларға иртәрәк. Бөгөндән сауҙа үҙәктәре, йәмәғәт транспорты кеүек кеше күмәк йыйылған урындарҙа һаҡланыу сараларын күреү мотлаҡ. Хеҙмәт коллективтарында ла санитар-гигиена талаптары ҡәтғи үтәлергә тейеш. Башҡортостанда COVID-19 сиренә дусар йәштәр һәм урта йәштәге кешеләр күбәйгән. “Роспотребнадзор”ҙың төбәк идаралығы етәксеһе урынбаҫары Галина Пермина сирлеләрҙең 30 проценты инфекцияны еңел үткәрә, 20 процент кешелә сир күренештәре һиҙелмәй үтә, тип белдерҙе. Шул уҡ ваҡытта корнавирус йоҡтороу хәүефе юғары, унан һаҡланыу мотлаҡ.

Фото http://yandex.ru/clck/jsredir