Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы законға индерелгән үҙгәрештәргә ярашлы, хәҙер бының өсөн 500 һумлыҡ штраф ҡаралған. Законды ҡайтанан боҙоусылар мең һум түләйәсәк. Федераль ҡануниәт төбәктәргә тәмәке тартыу рөхсәт ителмәгән өҫтәмә урындарҙы билдәләргә мөмкинлек бирә. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев әйтеүенсә, граждандарҙың теләктәрен иҫәпкә алып Республикала ер аҫты һәм ер өҫтө үткәүелдәрендә, ял биләмәләрендә, физик культура һәм спорт менән шөғөлләнеү майҙандарында, асыҡ һауалағы мәҙәни, ижтимағи-сәйәси сараларҙа тәмәке тартыу ҡәтғи тыйыла.
Башҡортостанда туҡталыштарҙа һәм парктарҙа тәмәке тартыу закон менән тыйылды
Тулыраҡ: Башҡортостанда туҡталыштарҙа һәм парктарҙа тәмәке тартыу закон менән тыйылды