Хәрби булырға теләүселәр өсөн имтихандар

Тулыраҡ: Хәрби булырға теләүселәр өсөн имтихандар

Быйыл хәрби уҡыу йорттарының күсмә ҡабул итеү комиссиялары абитуриенттарҙы урындағы хәрби комиссариаттарҙа ҡабул итәсәк. Был мәжбүри сара илдәге эпидемиологик хәл-ваҡиғалар менән бәйле. Быға тиклем уҡыусылар теләгән белем усағына үҙҙәре барып имтихан тапшыра ине. Өфө ҡыҙы Индира Нәсибуллина бәләкәйҙән хәрби тәржемәсе булырға хыяллана. Бөгөн ул Мәскәү хәрби университетына уҡырға инергә имтихандар тапшырырға килгән. Күсмә комиссия төркөмдәре Рәсәйҙең 74 төбәгендә үҙ эшен башланы. Юғары хәрби уҡыу йорто белгестәре уҡыусыларҙың һөнәри һәм психологик яраҡлылығы, физик әҙерлек кимәлен, сәләмәтлеген тикшерә. Республика абитуриенттары Ҡазан юғары танк команда училищеһы комиссияһы алдында һынау тота. Ойоштороусылар бындай төр ҡабул итеү комиссияһы эшмәкәрлегенең ыңғай яҡтарын һыҙыҡ өҫтөнә ала. Республиканан 1300-ҙән ашыу абитуриент Рәсәйҙең Оборона министрлығына ҡараған юғары уҡыу йорттарына уҡырға инергә теләй. Ҡабул итеү комиссияһы 15 июлдән -5 августҡа тиклем эшләй.