Ҡыҙыҡлы шөғөл

Тулыраҡ: Ҡыҙыҡлы шөғөл

Өфө ҡалаһындағы йәмәғәт үҙәктәренең береһендә менталь кәмселектәре булған кешеләр төрлө ҡыҙыҡлы шөғөл таба ала. Иртәнге ун берҙән киске дүрткә тиклем уларҙың бер генә минут та буш ваҡыты юҡ. Тимур Әбелхәйәров үҙәккә ярты йылдан ашыу йөрөй. Ошо ваҡыт эсендә яңы дуҫтар табырға ла, ҡыҙыҡлы һөнәрҙәр үҙләштерергә лә өлгәштем, ти егет.Йәмәғәт үҙәгендә һәр ваҡыттағыса иртәнән алып кискә тиклем эш ҡайнай. Аҙна йыр-моңдан башлана. Бында йыйылған егет-ҡыҙҙар донъяны әле һәм хәҙер ҡабул итергә күнеккән, шуға күрә көндәренең нисек үтеүе туранан-тура беҙгә бәйле, ти музыка уҡытыусыһы.Тәүҙә бындай кешеләр менән шөғөлләнеү бер аҙ ауырыраҡ булһа һуңынан өйрәнеп киттем, ти уларҙы туҡыусылыҡ серҙәренә өйрәтеүсе Валентина Антоновна. Үҙәк ишеге һәр кем өсөн асыҡ. Бында мөмкинлектәре сикләнгәндәр генә түгел, ә һәр теләгән кеше килеп күңеленә ятҡан шөғөл таба ала. Һүрәт төшөрөү, туҡыусылыҡ, балсыҡтан әйберҙәр яһау һәм башҡа бик күп ҡыҙыҡлы һөнәри дәрестәр бар бында.Был бүлмә цехты хәтерләтә, кесе йома һайын тәрбиәләнеүселәр ағас эштәре менән теләп шөғөлләнә, ҙур әйберҙәрҙе эшләй алмаһалар ҙа , улар ошондай ваҡ-төйәк эштәрҙе теләп башҡара. Үҙәкте икенсе төрлө менталь кәмселектәре булғандар өсөн баҡса, тип йөрөтә үҙәк етәксеһе. Бында Өфөнөң төрлө райондарынан йыйылған 25 кеше шөғөлләнә, иң өлкәненә 45 йәш. Элекке һөнәри училище бинаһын ныҡлап ремонтлап алғанда тағын да киңәйергә, өҫтәмә уҡытыусылар ҙа алырға мөмкин буласаҡ. Бындай шәхестәр яңы кешеләр менән аралашырға, танышырға, яңы шөғөлдәр үҙләштерергә ярата. Балаларса ихласлыҡ та ят түгел уларға.