Олимпиада-80

Тулыраҡ: Олимпиада-80

Был көндәрҙә 80-се йылдағы Олимпиаданы иҫкә алабыҙ. 22-се йәйге олимпия уйындарына 40 йыл ваҡыт үтеп тә киткән. Советтар Союзы йыйылма командаһында Башҡортостан егете лә ҡатнаша. Ул - Игорь Соколов. Ситтә йәшәгән яҡташыбыҙ был аҙнала Өфөгә ҡунаҡҡа ҡайтты. Мытищи. 1980 йыл. Июль. "Динамо" атыу урыны. 7 спортсы менән бер рәттән Өфө егете Игорь Соколов олимпия чемпионы исеме өсөн көрәшә.Ысынлап та, 40 йыл элек 19 июлдән 3 августҡа тиклем бөтә ил халҡы радио, телевизор, баҫмалар аша олимпия уйындарын күҙәтте. Тап Мәскәү олимпиадаһы Башҡортостанға тәүге чемпионды бүләк итте. Был еңеүгә Игорь Соколов оҙайлы әҙерлек аша килә.Атыуға Игорь Александрович дуҫы, класташы Виктор Гулаг менән бергә йөрөй башлай. Малайҙар Нефтяник стадионы тирына килә һәм тренер, Виктор Фокин ҡулына эләгә. Игорь Соколов өйләнеп Мәскәүҙә ҡала һәм 30 йыл тирәһе Өфөгә ҡайтҡаны булмаһа ла, дуҫы менән бәйләнеште өҙмәй. Улар икеһе лә хәҙер тренерҙар. Виктор Борисович баш ҡаланың 26-сы олимпия резервы спорт мәктәбендә эшләй. Олимпия уйындарын телевизор аша күҙәтә. Иҫтәлек өсөн алып ҡайтҡан ҡабанлы сәпте әле лә һаҡлай ул. Игорь Соколовтың ата-әсәһе лә уның өсөн янып-көйә. Ә спортсының маҡсаты бер — һынатмаҫҡа! Чемпиондың Өфөгә ҡунаҡҡа ҡайтыуын төбәктә әҙерләнеп көттөләр. Республиканың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығында Игорь Соколовты награда көтә ине.Ҡуйылған маҡсаттар бойомға ашҡан. Көтөп алынған осрашыуҙар ҡыуаныстар, көс бирә. Ә яҡташтарыбыҙҙың бөйөк еңеүҙәре ғорурландыра һәм яңы үрҙәргә әйҙәй.