М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында экстремизмға ҡаршы конференция уҙҙы. Бында төрлө йәштәр ойошмаларының етәкселәре, муниципаль белем биреү йорттарынан, хоҡуҡ һаҡлау органдарынан килеүсе вәилдәр сығыш яһаны. Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесенең беренсе урынбаҫары Айнур Арыҫланов әйтеүенсә, экстремизм кеүек күренеште тамырынан йолҡоп ташларға кәрәк. Бының өсөн тәү сиратта ғаилә ҡиммәттәрен, исламдың рухи ҡиммәттәрен һаҡларға, замандаштарҙа дини белемгә ынтылышты көсәйтергә кәрәк. Мәсет, мәхәлләләргә килеүсе йәштәргә ислам тураһында тулы мәғлүмәт бирелмәй. Шуға ла улар ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуапты интенет селтәрендә эҙләргә мәжбүр. Күп осраҡта был ҡыҙыҡһыныу үкенесле тамамлана. Шәкерттәр, муллалар, хәҙрәттәр мәсеткә килеүсе һәр кем менән дуҫтарса мөнәсәбәттә булырға тейеш тиелде конференцияла. Конференцияға Рәсәй Федерацияһының террорға ҡаршы милли комитетының ғилми консультанты Сөләймән Новрузов та килгәйне. Ул халыҡты уяу, берҙәм һәм хаҡты ялғандан айыра белергә саҡырҙы. Әле Волга буйы федераль округы төбәктәрендә экстремизим һәм террорға ҡаршы эшмәкәрлек бермә-бер көсәйтелде. Сөнки Рәсәйҙә тыйылған ИГИЛ террор ойошмаһы үҙ йоғонтоһон киңәйтергә ниәтләй. Донъялағы әлеге хәл транспорт, иҡтисад объекттарында, халыҡ күп йыйылған урындарҙа именлек сараларын көсәйтеүҙе талап итә. Әммә шул уҡ ваҡытта экстремистарҙың традицион исламға бер ниндәй ҙә ҡағылышы юҡ икәнен дә аңларға кәрәк тиелде конференцияла.
Дини белемгә ынтылышты көсәйтергә кәрәк
Тулыраҡ: Дини белемгә ынтылышты көсәйтергә кәрәк