Республика халҡының телевизион тапшырыуҙарҙы юғары сифатта, түләүһеҙ ҡарау мөмкинлеге арта

Тулыраҡ: Республика халҡының телевизион тапшырыуҙарҙы юғары сифатта, түләүһеҙ ҡарау мөмкинлеге арта

Хәҙер Бөрө ҡалаһында ла телеканал эфирҙарын цифралы форматта ҡарайҙар. Ошо көндәрҙә ҡалала яңы телевизион башня эшләй башланы. Был Бөрө телевышкаһының үҙәге – цифралы тапшырыуҙар станцияһы. Бында журналистар ғына түгел хеҙмәткәрҙәр үҙҙәре лә һирәк инә.Сөнки бөтә ҡоролмалар үҙаллы эшләй, белгестәрҙең даими күҙәтеүе мотлаҡ түгел. Бөрө ҡалаһында был башняны төҙөү үткән йыл аҙағында башланған. Ә бөгөн ул урындағы халыҡтың 90 процентын цифра менән тәъмин итә. Карамовтар ғаиләһе бер нисә көн элек һанлы сигналдарҙы ҡабул итеүсе махсус ҡоролма алып ҡуйған. Хәҙер сифатлы һүрәт ҡарап кинәнә. Айырма һиҙелерлек тей ғаилә башлығы.Тәүге һанлы телевидение сигналын тапшырыусы ҡоролма июль айында Белорет ҡалаһында файҙаланыуға тапшырылғайны. 75 метр бейеклегендәге ҡоролма 1-се мультиплексҡа ингән 10 канал тапшырыуҙарын трансляциялау мөмкинлеген бирә. Һанлы телевизион селтәрҙәр төҙөүҙе Рәсәйҙә 2018 йылға тамамлау күҙаллана. Быйыл Башҡортостанда тағы 50-ләгән телевизион башня күтәрәсәктәр. Цифралы 3 мультиплексҡа федераль каналдар инә. Һанлы телевидение социаль проект, тимәк -түләүһеҙ. Бөтә каналдарға ла урын етмәйәсәк, шуның өсөн ҡалғандары аналог ысулында ҡаласаҡ. Ғинуар айынан Рәсәй-Башҡортостан каналы тәүгеләрҙән булып цифрлы ҡорамалдарҙа эшләй башланы. Һанлы тапшырғыс- ул юғары сифатлы һүрәт кенә түгел, ә каналдар артыуы һөҙөмтәһендә күберәк мәғлүмәт алыу. Бөтә Рәсәй дәүләт телевидение һәм радиотапшырыуҙар компанияһы һәм уның филиалы булған Рәсәй-Башҡортостан телеканалы замана талаптарына тулыһынса яуап бирә һәм беренсе мультиплекста урын алған.