Исем танытыу өсөн түгел, изгелек таратыу өсөн

Тулыраҡ: Исем танытыу өсөн түгел, изгелек таратыу өсөн

Республикала мәрхәмәтлек күренештәре йышайып, яңы сағылыш ала. Өфө эшҡыуарҙары бөгөн мохтаждарға үҙ теләге менән ярҙам итеү тәжрибәһен уртаҡлаша. Тауар һәм хеҙмәттәрҙе ташлама биреп кенә түгел, бушлай тәҡдим итә.Рима ханым ошо кибеттә хаҡлы ялдағыларға икмәк тараталар, тигән хәбәрҙең дөрөҫлөгөн асыҡларға килгән. Был иғлан өс көн эсендә Затон биҫтәһен урап ҡына ҡалмай, бар Өфөгә таралған. Һатыусылар ысынлап та пенсионерҙарға көн дә бер икмәк бирә. Магазин мөдире Надежда Шәрифова изге ниәткә башланғыс һалыусылар беҙ түгел, тип кенә үкенә.Хәбәр таралып, магазинға тиҫтәләгән пенсионер ябырылһа ла ҡурҡмайбыҙ, ти эшҡыуар. Бында һатып алыусы күңелен күрергә өйрәнгәндәр, тауар төрҙәре байлығы ғына түгел, ингән кешеләр өсөн бар уңайлыҡтар булдырылған, хатта ихата зауыҡ менән биҙәлгән. Изге ниәттәр маҡтаныу сараһы түгел, ә йөрәк талабы булырға тейеш, тип иҫәпләй Өфө ҡала автобус маршруттарының береһен хеҙмәтләндереүсе Руслан Вил улы. Эшҡыуар пассажирҙы хаҡлы ялдамы, мәктәп уҡыусыһымы, тип ҡатламдарға бүлмәй. Мохтаж икән, юл хаҡын түләмәһә лә хәүеф юҡ.Пассажирҙарҙың күбеһе автобус йөрөтөүселәрҙең мәрхәмәтлеге хаҡында хәбәрҙар. Оло йәштәгеләрҙе ярты хаҡҡа, мәктәп уҡыусыларынан көндәлектәрендәге „бишле„ билдәһе хөрмәтенә аҡса алмаған осраҡтар бихисап.Кешелекле булыу өсөн хәйриә акцияһын иғлан итеү мотлаҡ түгел. Көн һайын үҙ урыныңда яҡшылыҡ эшләү ҙә етә. Бөгөн мәрхәмәтлек модала. Әммә шул мәрхәмәтекте талап итеп урам буйында, йәмәғәт урындарында аҡса йыйып йөрөүселәр ҙә бар. Ошондай ысул менән мутлашыусылар шәфҡәтле кешеләр иҫәбенә байырға теләй. Ауырыу бала һүрәте йәбештерелгән ҡумта хужалары аҡса йүнәлтергә теләүселәрҙең һорауҙарына аныҡ ҡына яуап та бирә алмай. Әле республикала эшләүсе бер нисә хәйриә фонды ғына ышаныс тыуҙыра. Уларҙы махсус иҫәптәре, йәмәғәт эшмәкәрлеге буйынса танырға мөмкин. Хәйриә эшмәкәрлеге өлкәһендә законһыҙ эш алып барған башҡа ойошмаларға ҡарата административ яуаплылыҡҡа тарттырыу саралары күрелеүе, ғәйептәре танылһа енәйәт эше лә ҡуҙғатылыуы ихтимал. Республика парламентында ошо хаҡта закон проекты әҙерләнә.