Республикала “Әҙәбиәт йылына” йомғаҡ яһайҙар

Тулыраҡ: Республикала “Әҙәбиәт йылына” йомғаҡ яһайҙар

Башҡортостан Дәүләт телевидениеһы һәм радиотапшырыуҙар компанияһы ла был аҙнала “Әйтер һүҙем бар” проектында ҡатнашыусыларҙы бергә туплай. Ун беренсе декабргә тәғәйенләнгән “Әҙәби бал” нәфис әҙәбиәт һөйөүсөләргә нимә вәғәҙәләй һуң. Йөҙҙән ашыу ҡатнашыусы, тиҫтәләгән яҙыусылар ижады, меңәрләгән тамашасы ихтирамы. Әҙәби открыткаларҙың әҙәби маҡсаты үҙен тулыһынса аҡланы. Хәҙер шиғриәт төбәк телевидениеһындағы иң популяр проектарҙың береһе тип хаҡлы атала. Видеояҙмаларҙың интернетта тиҫтәләрсә мең тапҡыр ҡаралыуы быға асыҡ дәлил.Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия театры был аҙнала рингҡа әйләнә. Тик был юлы спортсыларҙы сәхнәгә сығасаҡ әҙәбиәтселәр, шиғыр һөйөүсөләр алыштыра. Хөкүмәт ағзалары һәм ҡәләм оҫталары араһындағы алышта кем көслөрәк буласаҡ һуң? Быға яуап ун беренсе декабрҙә иғлан ителергә тейеш. “Әйтер һүҙҙе кемгә әйтергә?” Проектты ойоштороусолар өсөн был төп дилеммаларҙың береһе. Кемдер үҙ уҡыусыһы менән һүҙ аша уртаҡ тел тапһа, күптәр әҙәби фекере аша туғандары, яҡындары менән осрашҡан.Шпаганы ҡаурый ҡәләм алыштырырға тейеш, тип иҫәпләй “Әйтер һүҙем бар” әҙәби открыткаларҙа ҡатнашыусылар. Миһырбанлыҡ, мәрхәмәтлек һәм нәфис һүҙгә мөхәббәт. Бөгөн тап ошо һүҙҙәр йәмғиәтте рухи яҡтан һауыҡтырырға тейеш тә инде. Миһырбанлыҡ тигәндәй... “Әҙәби бал” ваҡытында йыйылған барлыҡ аҡсалар мәрхәмәтлек өсөн тотонола. Ун беренсе декабрҙә, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрына киләсәк тамашасылар һәм проектта ҡатнашыусылар әйтер һүҙҙәре менән һәмәмбеҙҙе уратып алған мөхитте әхләҡи яҡтан дауалап, шиғырҙар менән күңелдәре, йөрәктәренә йылылыҡ өҫтәргә ниәтләй.