Башҡортостанда коронавирус менән ауырыусылар 6 мең 600 кешенән ашты

Тулыраҡ: Башҡортостанда коронавирус менән ауырыусылар 6 мең 600 кешенән ашты

Һуңғы тәүлектә тағы ла 36 кеше КОВИД-19 йоҡторған. Был хаҡта Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдерҙе. Йәмәғәт урындарында медицина битлектәрен кейеп йөрөү һәм социаль дистанцияны һаҡлау мәсьәләһенә Республика Хөкүмәтендә дүшәмбе һайын үткән оператив кәңәшмәлә йәнә етди иғтибар бирелде. Республикала коронавирус инфекцияһы асыҡланғандар һаны дүшәмбе иртәһенә 6 мең 607 кеше. 1 мең 536 сирле амбулатор шарттарҙа, стационарҙа 204 кеше дауалана, шуларҙың 35-е ауыр хәлдә. Һаулыҡ һаҡлау министры белдереүенсә, госпиталдәрҙә урындарҙың 43 проценты буш. Талап ителгән дарыуҙарҙың ике айға етерлек күләме тупланған. Һаҡланыу сараларын һатып алыр өсөн аҡса етерлек. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров аяуһыҙ һандар тураһында хәбәр итә. Үткән аҙнала Башҡортостанда 15 кеше батып үлгән. Һыу ҡорбандары һаны эҫе көндәргә туранан-тура бәйле. Күп йыллыҡ күҙәтеүҙәр 2010 йылдағы хәлдең ҡабатланыуы ихтимал, тигән фекергә килтерә. Июль башынан республикала һыу ингәндә һәләк булғандар һаны 70-тән ашыу. Шуларҙың 70 проценты – һыуға иҫерек хәлдә төшкән ир-егеттәр. Иҫерткес эсемлектәргә бәйле йәнә бер күңелһеҙ күрһәткес – юл фажиғәләре ҡорбандары һаны. 22 июндән алып барылған иҫәп буйынса республика юлдарында 1685 водитель иҫерек хәлдә руль артында туҡтатылған. Республика башлығы юлдарҙа водителдәрҙе тикшереү бурысын ҡабаттан ҡуя. Радий Хәбиров торлаҡ сафҡа индереү кимәлен дә кәметмәҫкә өндәй. Бөгөнгә был күрһәткес 4 процентҡа тиклем артҡан, илдә иһә торлаҡ файҙаланыуға тапшырыу күләме үткән йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда 12 процентҡа кәм. Шәхси торлаҡ төҙөргә теләгән күп балалы ғаиләләрҙең 16 меңе ер участкаһы алырға сират көтә. Оператив кәңәшмәлә уларға, теләге буйынса, 250 мең һум күләмендә компенсация биреү мәсьәләһе ҡаралды. Республикала подъездар төҙөкләндереү программаһы ла тәғәйен ваҡытҡа үтәләсәк. Вице-премьер, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев 1 авгусҡа 663 подьезда капиталь ремонт тамамланасаҡ, был дөйөм һандың өстән бер өлөшө, тип белдерҙе. Киләһе йылда 776 йортта 2112 подъезды төҙөкләндереү көтөлә. Хеҙмәттәрҙең хаҡы 880 миллион һум. Оператив кәңәшмәлә хөкүмәт ағзалары республикала санитар-эпидемиологик хәлгә ҡарап күңел-асыу учреждениеларын, шул иҫәптән кинотеатрҙар эшен тергеҙеү һәм киләһе йома мосолмандар билдәләйәсәк Ҡорбан-байрамды үткәреүгә ҡағылышлы ҡарарҙар ҙа ҡабул итте